+20 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
9 Ноябрь 2018, 12:33

Иң мөһиме — хәүефһеҙлекте тәьмин итеү

Районда эш сәфәре менән БР ветеринария идаралығы начальнигы, республиканың баш дәүләт ветеринария инспекторы А. С. Йыһаншин булды.

Районда эш сәфәре менән БР ветеринария идаралығы начальнигы, республиканың баш дәүләт ветеринария инспекторы А. С. Йыһаншин булды.

Азат Салауат улы иң элек Асҡарҙағы мал һуйыу пунктын ҡараны. Был мәлдә бында Озерный ауылынан килтерелгән һыйыр һуйыла ине. Пункт етәксеһе Айтуған Фәттәхов, ветсанэкспорт Фәрүәз Итекәева менән аралашып, уларҙың эш шарттары, борсоған проблемалары менән танышты, ыңғай баһа бирҙе ул.

А. С. Йыһаншин райондағы малдар һанынан сығып, беҙҙә дүрт һуйыу урыны булырға тейешлеген билдәләне. Был тәңгәлдә эштәр алып барыла, Асҡарҙан тыш, Йәнекәй ауылындағы мал һуйыу майҙансығы сафҡа ингән. Ошондай майҙансыҡ-пункттарҙың Әлмөхәмәттә, Ишҡолда, Амангилделә асылыуы көтөлә.

Артабан А. С. Йыһаншин хужалыҡтар һәм КФХ-лар етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, ветеринар участка мөдирҙәре, ветеринарҙар, эшҡыуарҙар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашлығында кәңәшмә үткәрҙе. Унда һүҙ халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында федераль күләмдә башҡарылған эштәр, йәғни малдарҙы идентификациялау, һуйыу цехтары асыу, «Меркурий» системаһында теркәлеү кеүек мөһим мәсьәләләр ҡаралды.

— «Малдарҙы ҡайҙалыр һуйырға йөрөтөп, халыҡҡа уңайһыҙлыҡ тыуҙыралар...», «Аҡса түгеп, малдарҙы биркалау нимәгә кәрәк ул...», «Электрон документтар тултырыу өсөн «Меркурий» системаһын уйлап тапҡандар» тигәнерәк һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Был тәңгәлдә мин шуны әйтер инем: беҙ халыҡтың именлеген-хәүефһеҙлеген тәьмин итеү йәһәтенән ҡабул ителгән закондарҙы үтәйбеҙ. Йәғни төп маҡсатыбыҙ — малдан кешегә, кешенән малға йоғоусы ҡурҡыныс сирҙәргә юл ҡуймау, — тип башланы һөйләшеүҙе Азат Салауат улы.

Малдарҙы махсус урындарҙа һуйыу — көн талабы. Төрлө туҡланыу учреждениеларына, дауахана, мәктәп, балалар баҡсаларына сифатлы, сәләмәт малдың ите генә ебәрелергә тейеш, нәҡ һуйыу майҙансыҡтарында малдың сәләмәтлек торошо, итенең ашарға яраҡлы булыу-булмауы ветэксперттар тарафынан тикшерелгәндән һуң ғына оҙатылыуға рөхсәт бирелә. Баш дәүләт ветинспекторы әйтеүенсә, ошо көндәрҙә генә Өфөлә үлгән малды тунап, итен һатырға йыйынған берәүҙе тотҡандар, ошондай хәлдәргә кәртә ҡуйыу маҡсатында булдырыла ул махсус мал һуйыу урындары.

Малдарҙы идентификациялау — малдарға тамға һалыу һәм уларҙы федераль дәүләт мәғлүмәт системаһы базаһында теркәү юлы менән иҫәпкә алыуҙы аңлата. Аттар, һыйыр малы, һарыҡтар, сусҡалар, йорт ҡош-ҡорто, бал ҡорттары, эт-бесәйҙәр ҙә идентификация үтергә тейеш. Азат Салауат улы талабынса, республикала йыл аҙағына тиклем һыйыр малдарын, һарыҡтарҙы биркалау, аттарға чиптар тағыу эше тамамланырға тейеш. Номер һуғылмаған малға уны һатыуға белешмә бирелмәйәсәк һәм уларға яҙғы-көҙгө эшкәртеүгә вакцина алып булмаясаҡ, көтөүгә йөрөтөүгә лә рөхсәт юҡ. Идентификациялау юлы менән малдың электрон паспортын булдырыу ниәтләнә. Телефондағы махсус ҡушымта ярҙамында, уны биркаға яҡын килтергәндә малдың эйәһенең исем-шәрифен һәм йәшәгән урынын, малдың йәшен, төҫөн, ниндәй прививкалар яһалғанлығын күреп буласаҡ. Тейеш булып та яһалмағандары ҡыҙыл төҫ менән күрһәтеләсәк. Әйтәйек, ветеринар малға укол яһау менән ниндәй вакцина эшләнеүе хаҡында мәғлүмәт автоматик рәүештә уның электрон паспортына ултыра.

— Бер генә миҫал: быйыл Ҡорбан байрамы көндәрендә малды Өфөнән ситтә һуйыуҙы ойошторҙоҡ. Ветработниктар ярҙамы менән бында килтерелгән 2500 һарыҡтың 500-е сирләүе билдәләнеп, 200-ндә эхинококкоз асыҡланып, уларҙың итен халыҡтың ҡулланыуына юл ҡуйылманы, күпме кешене ауырыуҙан ҡотҡарып ҡалдыҡ, — тип иҫәпләй Азат Йыһаншин.

Аттар-һыйырҙар йыш ҡына кеше үлеменә килтергән юл фажиғәләренә сәбәпсе, малдың тамғаһы булһа, ул кемдеке икәнлеген белергә һәм хужаһын яуаплылыҡҡа тарттырға була.

Шулай уҡ биологик ҡалдыҡтарҙы тейешенсә утилләштермәү һөҙөмтәһендә эхинококкоз сирен эт-бесәйҙәрҙең таратыуын барыбыҙ ҙа беләбеҙ, йәғни йорт хайуандарын тотоуҙа ла тәртип кәрәк.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың «Хәҙер эттәр урамда ғына түгел, урманда ла тулып йөрөйҙәр, улар менән ни эшләргә?» тигән һорауына, был йәһәттән ауыл биләмәләренә субвенция бүленеүен әйтеп, социаль мәсьәлә булған хужаһыҙ эттәргә ҡаршы йәмәғәтселек менән бергә көрәшергә саҡырып, был эштә ветеринария хеҙмәтенә халыҡтың ярҙамы кә-рәклеген иҫкәртте хөкүмәт вәкиле.

Был ситтән мал индереүгә айырыуса ҡағыла. Былтыр Туймазы яҡтарында бешмә (ящур) менән булған киҫкен хәлде онотмағанбыҙ. Бер кеше документһыҙ ситтән мал алып ҡайтыу менән шунда уҡ көтөүгә сығара. Бөтә ауыл көтөүенә генә түгел, күрше ауыл халҡы малына ҡурҡыныс сир йоға. Шулай итеп, ике райондың бер нисә ауыл малын яндырырға тура килә.

Быйыл Татарстан, Силәбе өлкәһе хужалыҡтары ҡош киҙеүе арҡаһында күп зыян күргән. Был тәңгәлдә беҙҙә тейешле вакцинация үткәреү һөҙөмтәһендә республикаға хәүеф янамаған. Ырымбур, Һамар яҡтарында бруцеллез ауырыуы теркәлгән, хатта малдан кешегә йоғоп, бер үлем осрағы булған.

Шуға күрә ситтән мал һатып алғанда, иң элек ул мал һатыусыла карантинда торорға тейеш, унан ҡан алыу, башҡа кәрәкле тикшереүҙәр үткәрелеүе мотлаҡ. Малды һатып алған кеше лә 30 көнгә карантинға ҡуйыла, сөнки сирҙең инкубация осоро 28 көн тәшкил итә. Был бөтә төр малға, шулай уҡ бал ҡорттарына ла ҡағыла.

«Ауылда бөтә нәмә күҙ алдында, сит малды күреү менән йәмәғәтселек күҙәтеүгә алырға тейеш, 8-800-775-58-28 берҙәм телефон номеры буйынса беҙгә шылтыратырға була, шулай уҡ үлеп ятҡан малдар һәм хайуандар хаҡында ла хәбәр итегеҙ, беҙ тиҙ арала сара күрербеҙ», — тип ышандырҙы баш дәүләт инспекторы.

Асҡарҙан Әҡсән Әбүшахманов үләт соҡороноң ауыл эсендә ҡалыуын әйткәс, А. С. Йыһаншин талап буйынса билдәләнгән алыҫлыҡта булмаһа, ул ябылырға тейеш, тип яуапланы.

Һөйләшеүҙә ҡатнашҡан район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡов был мәсьәләне ошо арала урынға сығып тикшерергә вәғәҙә бирҙе. Үләт соҡорҙары республика бюджеты иҫәбенә төҙөлөп-төҙөкләндерелгән. Уны тотоуға шул уҡ республиканан аҡса бүленә. Дезинфекция эштәре башҡарыу ветхеҙмәт иңендә. Азат Салауат улы билдәләүенсә, был тәңгәлдә Әбйәлилдә эштәр насар түгел. Ул шулай уҡ Башҡортостанда утилләштереү буйынса завод төҙөү планлаштырылыуын, унда ит-һөйәк оно, ашламалар, үләт майынан шал етештереү күҙалланыуын әйтте.

Малдарҙы яһалма ҡасырыу — киң таралған лейкоз сирен профилактикалау юлы, һыйырҙарҙың тоҡомон яҡшыртыу юлы менән продукция алыуҙы арттырыуға ла булышлыҡ иткән ысул.

Малсылыҡ продукцияһының электрон сертификацияһын сағылдырған «Меркурий» системаһы малсылыҡ мәсьәләләрендә илдең биологик хәүефһеҙлеген тәьмин итергә, халыҡты ҡурҡыныс ауырыуҙар йоҡтороуҙан һаҡларға, шулай уҡ аҙыҡ-түлек именлеген гарантияларға саҡырылған. Ветеринар сертификация — продукцияның ашарға яраҡлығын һәм уның хәүефһеҙ икәнлеген тикшереү йәки дәүләт ветеринар контролендә булған йөктөң ҡайҙа барыу юлын күҙәтеү өсөн тәғәйенләнгән. Ауыл хужалығы тауарын етештереүселәр, уны һатыусылар, уларҙан продукция әҙерләүселәр менән бер рәттән уны ҡулланыусылар ҙа «Меркурий»ҙа теркәлергә тейеш икән.

— Ветеринарҙың эш кабинеты булырға тейеш, унда айырым һаҡланыусы препараттар өсөн һыуытҡыс, документтар һаҡлау сейфы һәм ветеринар документтар электрон рәүештә тултырылғас, мотлаҡ компьютер кәрәк, — тип билдәләне А. Йыһаншин.

Шулай уҡ республикалағы 2800 ветхеҙмәткәрҙең 32 проценты пенсия йәшенә етеп барыуына ла борсолоу белдерҙе. Аграр университетың ветеринария факультеты студенттарының элек 80 проценты ауылдан, ҡалғаны ҡалаларҙан булһа, бөгөн киреһенсә икән. Шуға күрә, Азат Салауат улы фекеренсә, йәштәр араһында ошо һөнәрҙе популярлаштырыу мө-һим. Өҫтәүенә, ул белдереүенсә, «Башҡортостан Республикаһында ветеринария хеҙмәтен үҫтереү тураһында» ҡабул ителгән программаға ярашлы күп үҙгәрештәр көтөлә, тармаҡҡа өҫтәмә финанс бүленә. Яҡын арала 80 автомобиль бүленәсәк, шуларҙың берәүһе беҙгә бирелеүен ишетеү ҡыуаныслы булды.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас: