Һуңғы йылдарҙа йәштәрҙең ауыл ерендә төпләнеп, тыуған төйәген иҡтисади-социаль йәһәттән үҫтереүгә үҙ өлөштәрен индерергә тырышыуҙары күҙгә ташлана. Был бик ҡыуаныслы, сөнки йәштәр булмаһа, ауылдың киләсәге өмөтһөҙ бит.
Хөкүмәт тарафынан да был тәңгәлдә ҙур эштәр башҡарыла. Ил, республика, шулай уҡ район күләмендә төрлө программалар эшләп килә. Уларға ярашлы юғары, махсус уҡыу йорттарын бөтөп, ауылға ҡайтҡан белгестәргә тәүге йылдарҙа эш хаҡына һиҙелерлек күләмдә өҫтәмә түләнә. Шулай уҡ йәштәрҙең торлаҡ мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеү маҡсатында төрлө субсидиялар ҡаралған. Ауыл халҡының йәшәү шарттарын яҡшыртыу, йәғни юл төҙөлөшө, йорттарға «зәңгәр яғыулыҡ», һыу, электр үткәреү буйынса ла ҙур эштәр башҡарыла.
«Красная Башкирия» ауыл хужалығы кооперативының малсылыҡ, ҡырсылыҡ тармағында ла, етәкселектә лә йәш кадрҙар күпләп эшләй.
Әлбиттә, был хужалыҡта заманса техника менән эш итәләр, алдынғы технологиялар ҡулланыла, шулай уҡ ярайһы уҡ һәйбәт эш хаҡы түләнеүе лә үҙ ролен уйнай.
Хужалыҡ директоры Раил Фәхрисламов та йәштәрҙе һөҙөмтәле эшкә ылыҡтырыу өсөн уларға һәр яҡлап ярҙам итергә әҙер, бында юғары етештереү күрһәткестәренә өлгәшкәндәрҙе дәртләндереү саралары ла күп кенә. Шуға ла ауыл хужалығы кооперативына үҙҙәренән генә түгел, хатта сит район-өлкәләрҙән дә килеп эшләүсе йәштәр бар.
Һеҙ һүрәттә күргән Рамил Хөсәйенов «Красная Башкирия» АХК-һына эшкә Михайловканан килгән, ә Рөстәм Әхмәтов иһә Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районынан.
Р. Р. Хөсәйенов яҙғы баҫыу эштәре осоронда ер һөрә, иген сәсә, ә мал аҙығы әҙерләү мәле етеү менән комбайнға ултыра. Быйыл мал аҙығы әҙерләү миҙгелендә 8250 тонна силос сабып, Рамил райондың иң яҡшы механизаторы тип табылған.
Ураҡ мәлендә Рөстәм Әхмәтов КамАЗ машинаһында 1528 тонна иген ташыған һәм уның эшләнеше лә районда иң юғарыларҙың береһе тип билдәләнгән.
Һөҙөмтәле эштәре өсөн егеттәргә райондың ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантанала ҡатнашыу бәхете тейҙе. Байрамда урып-йыйыу эштәре барышында алдынғылыҡҡа сыҡҡан игенселәр менән бер рәттән улар ҙа тәбрикләнде.
Фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө күрһәткән Рамил Хөсәйенов менән Рөстәм Әхмәтов район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡов ҡулынан райондың Почет грамотаһын алды һәм уларға ҡиммәтле бүләктәр ҙә тапшырылды. Был награда йәштәрҙе киләсәктә тағы ла һөҙөмтәлерәк эшләргә, юғарыраҡ үрҙәргә өлгәшергә дәртләндерер, тигән ышаныста ҡалабыҙ.