+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
4 Декабрь 2018, 12:20

Маҡсат ҡуйған — моратына еткән

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа Хөкүмәт ярҙамы ла бар, тәүәкәлләп ниәт итергә генә кәрәк. Йәнекәй ауылында йәшәүсе Абсаҙыевтарҙың үҙ эшен булдырыуы, йәғни крәҫтиән-фермер хужалығы төҙөүе быға асыҡ миҫал.

Һуңғы йылдарҙа кешеләрҙең үҙ кәсебен булдырыуы, күңеленә оҡшаған һәм ҡулынан килгән эшкә тотоноуы ҡыуаныслы. Эйе, заманға яраҡлашып, гөрләтеп донъя көтөү өсөн һумдарҙы тыуған төйәгеңдә лә табырға мөмкин. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа Хөкүмәт ярҙамы ла бар, тәүәкәлләп ниәт итергә генә кәрәк. Йәнекәй ауылында йәшәүсе Абсаҙыевтарҙың үҙ эшен булдырыуы, йәғни крәҫтиән-фермер хужалығы төҙөүе быға асыҡ миҫал.

— Бер һыйырҙан башланған эш инде, — ти Абсаҙыевтар.

Йәнекәй егете Азамат менән Сермән һылыуы Зөлфиә өйләнешеп, ауылда йәшәй башлағас, бер һыйырҙың ағын эшкәртеп тә аҡса таба. Төшөмлө шөғөл икәнлеген аңлаған йәштәр йылдан йыл мал һанын ишәйтә баралар, Белорет ҡалаһында үҙ һатып алыусылары ла барлыҡҡа килә.

2015 йылға йомғаҡ яһалған район йыйылышында шәхси ихатаһында һыйыр малын 28 башҡа еткереп, малсылыҡ продукцияһын һатыуҙан 650 мең һум табыш алған ғаилә булараҡ Абсаҙыевтар Әбйәлилдең иң яҡшы шәхси хужалығы тип табылып, йәш ғаилә райондың Почет грамотаһына лайыҡ булғайны.

2017 йылда Азамат һәм Зөлфиә крәҫтиән-фермер хужалығы булараҡ теркәлеп, эш башлауға 3 миллион һум күләмендә грант алыуға өлгәшә. Әлбиттә, ҡасан да булһа фермерлыҡҡа тотоноуҙарын күҙаллап, уға тиклем күп мал һыйҙырышлы бына тигән ҡура ла төҙөй, мал аҙығы әҙерләү өсөн МТЗ тракторы ла һатып ала ғаилә. Был эштәрҙә Зөлфиә Ханнан ҡыҙының Йоматау аграр техникумында алған иҡтисадсы һөнәре лә бик ярап ҡала. Азаматтың тракторсы ла, водитель дә булыуы ла ҙур роль уйнай.

Хөкүмәт тарафынан бирелгән грантҡа юғары продуктлы 35 тана һатып алалар. Бөгөн инде Абсаҙыевтарҙың крәҫтиән-фермер хужалығында 80 баш һыйыр малы аҫырала, шуның 42-һе һауыла. Һыйырҙары бөгөн Зөлфиә бер үҙе көнөнә ике тапҡыр һауа.

Эш тығыҙ булған йәй осоронда һауынсы тоталар, ике кеше ялланып көтөү көтә.

— Кешеләрҙе эшкә алабыҙ. Һәйбәт итеп эшләйҙәр, тик бер ай үтеү менән хеҙмәт хаҡы алалар ҙа, эсеүгә һалынып, юғалалар. Көтөүселәр эшкә сыҡмағанда һыйырҙарҙы әсәйем, ҡыҙыбыҙ көткән көндәр ҙә булды, — ти Азамат Марат улы.

Быйыл Абсаҙыевтар ауылдаштарынан пай ерҙәре алып тәүге тапҡыр ашлыҡ сәскән.

— Йылына күрә ярайһы уҡ уңыш алдыҡ, сенаж, силос әҙерләнек, фураж да булды, һаламын да ташыныҡ, пайсылар менән дә иҫәпләштек. Бер һүҙ менән әйткәндә, етерлек күләмдә мал аҙығы тупланыҡ, — тип дауам итә әңгәмәсем. — Тик баҫыуҙы аттар тапап ыҙалатты. Киләсәктә өҫтәп 160 гектар ерҙе лә сәсергә иҫәп.

Игенселек байтаҡ сығымдар талап итә фермерҙан. Һоло орлоғон «Красная Башкирия» АХК-һынан, виканы дәүләт сорт участкаһынан һатып ала. Сәскәс, урырға, унан инде уңышты тейешле һаҡлау сараларын да күрергә кәрәк. Шуға ла фермер быйыл яңы «Рось-2» урғысы, ҡулдан «Енисей» комбайны, ДТ тракторы алған. Йәй көнө траншея ҡаҙып, уны бетонлаған, бөгөн унда 200 центнер һутлы аҙыҡ ышаныслы һаҡлана.

— Бөгөн һөткә һорау бар һәм хаҡы һәйбәт: литрын 40 һум менән һатабыҙ, шуға ла продукцияны кәметеүгә юл ҡуймаҫҡа тырышабыҙ, — тип һүҙгә ҡушыла Зөлфиә Хәниф ҡыҙы. — Әле һыйырҙар күпләп быҙаулай башланы.

Бөгөн көтөүҙә симменталь тоҡомло үгеҙ тотола, киләсәктә малдарҙы яһалма ҡасырыуға күсергә ниәтләй фермер.

Иртәнге һөттө Белоретта һаталар, ә киске продукция Абҙаҡ ауылына оҙатыла. Бында шәхси предприятиела уларҙың һөтөнән төрлө сыр етештерелә.

— Зөлфиә менән кәңәшләшеп, бер төптән эшләйбеҙ. Әле бына һуйыу цехы ла төҙөнөк, — ти фермер. — Мал тотҡас һөт менән бер рәттән ит тә һатабыҙ. Таналарҙы көтөүҙе ишәйтеү маҡсатында үҫтерәбеҙ, ә үгеҙ малын иткә һуябыҙ. Киләсәктә малдарҙы һимертеү менән дә ныҡлап шөғөлләнергә иҫәп. Бөгөнгө электрон ветеринар сертификация талаптары буйынса мал махсуслаштырылған урында һуйылырға тейеш бит. Шуға күрә һуйыу цехы — заман талабы инде.

Ауылдан бер саҡрым тирәһе алыҫлыҡта урынлашҡан ул цех. Уртаһына йылытҡыс панелдәр һалып, тыштан да, эстән дә цинкланған тимер менән көпләнгән. Бинаның иҙәндәре бетон ҡушылмаһы менән һалынған. Һуйыу залынан тыш бында итте һыуытыу һәм туңдырыу бүлмәләре ҡаралған. Шулай уҡ ветеринар хеҙмәткәрҙең эш урыны һәм ял итеү өсөн бүлмәләр бар. Бер һүҙ менән әйткәндә, бына тигән һуйыу майҙансығы булдырған хужалар.

— Яңы эш бит, барыһын да ҡуйылған талаптарға тап килтереп эшләргә кәрәк, шуға ла төҙөгән ваҡытта һорауҙар күп булды. Даими ярҙамынан өҙмәгән район ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе Ғ. И. Шөғүровҡа, ветстанция начальнигы Р. Р. Ҡарабәндингә рәхмәтлебеҙ, —тиҙәр Абсаҙыевтар.

Цех сентябрь айынан сафҡа ингән йома, шәмбе, йәкшәмбе көндәре эшләй. Бөгөн бында фермерҙың малынан тыш, яҡын тирә ауылдар, шулай уҡ Ташбулат ауыл биләмәһе халҡы ла малын һуйҙырырға алып килә, сөнки махсуслаштырылған урында һуйылмаған, итте һатыуға рөхсәт юҡ.

— Алыҫ ауылдарҙан килтереүе халыҡҡа ҙур мәшәҡәт, әлбиттә. Киләсәктә ауылдарҙа һуйыу урындары барлыҡҡа килһә, кешеләргә малдарын йыраҡҡа алып йөрөргә тура килмәҫ ине, — тигән фекерҙә фермер.

Әйтеүҙәренсә, сентябрь-октябрь айҙарында аҙнаһына 14-17 баш мал һуйылған, әле бер аҙ кәмегән.

Ветеринар хеҙмәткәр ҡарап, рөхсәт биргәндән һуң ғына мал цехта бар талаптарҙы күҙәтеп һуйыла. Унан инде ветеринар һуйылған иттең сифатын тикшергәндән һуң, мәғлүмәттәрҙе компьютерға индерә, йәғни электрон документ тултыра. Ә эсәк-ҡарынын, баш-тояғын алып ҡайтып тәрбиәләп алалар мал хужалары.

— Бөтә был эштәрҙә яңғыҙыбыҙ әллә ни ырата алмаҫ инек. Атайым менән әсәйем, туғандар ярҙам итә, — ти Азамат.

Беҙ барған көндө лә Марат Вәли улы иртәнге һөттө Белоретҡа алып киткән ине. Зәйтүнә Искәндәр ҡыҙы ла һәр эштә ярҙам итергә әҙер икән. Быйыл бесән әҙерләүҙә кейәүҙәре Фидан Вәлиевтың ярҙамы тос булған.

Абсаҙыевтарҙың ғаиләһендә өс сабый бар. Өлкән ҡыҙҙары Азалия икенсе класта уҡый. Уны алты йәштән Абҙаҡ ауылына көрәш секцияһына йөрөтәләр.

Спорт менән дуҫ ҡыҙыҡай ГТО нормаларын уңышлы тапшырып, Рәсәй Федерацияһы спорт министрлығынан көмөш билдә алған.

Бәләкәйҙәре Розалияға биш йәш тулһа, Уралға ни бары өс кенә.

Юҡты бар итәм, булғанды ишәйтәм тип ең һыҙғанып хужалыҡтарын алып барған, тырышып донъя көткән ошондай эшсән йәш ғаиләнән башҡалар өлгө, үрнәк алһын ине.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас: