+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
9 Ғинуар 2019, 12:02

«Алдынғы технологияларға күсәбеҙ»

Районда алдынғыларҙан һаналған С. С. Старцевтың хужалығы уҙған йылды һәйбәт күрһәткестәр менән тамамланы.

Райондың иҡтисади-социаль үҫешенә ҙур хужалыҡтар менән бер рәттән КФХ-лар ҙа ҙур өлөш индерә. Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары төрлө программаларҙа ҡатнашып, дәүләттән субсидиялар алыуға өлгәшә һәм алынған ярҙамды игенселектә, малсылыҡта яңы технологиялар индереүгә, техника һатып алыуға тотона. Һөҙөмтәлә эш күрһәткестәре лә яҡшыра бара. Районда алдынғыларҙан һаналған С. С. Старцевтың хужалығы уҙған йылды һәйбәт күрһәткестәр менән тамамланы.

Яҙғы баҫыу эштәрен Сергей Старцев «Ростсельмаш»тан «Һинең тракторың» программаһы буйынса алынған яңы сәсеү комплексы менән трактор ярҙамында атҡарып сыға. Юғары етештереүсәнле «Versatile 2375» тракторына тағылған киңлеге 10,7 метр булған «Дон-651 Наир» сәсеү комплексы фермерға яҙғы баҫыу эштәрен уңайлы ваҡытта һәм юғары сифат менән башҡарып сығырға булышлыҡ иткән.

— Был комплекс күптәнге хыялыбыҙҙы тормошҡа ашырыуға, йәғни игенселектең элек-электән килгән системаһынан ерҙе минималь эшкәртеү, йәғни нуль системаһына күсеүҙә тәүге аҙымдар яһарға мөмкинлек бирҙе. Йыл да парға ҡалдырылып килгән 500-600 гектарлыҡ майҙанға яңы культуралар сәстек. Бөтә агротехник саралар ҡулланып сәселгән культуралар дәррәү, тигеҙ шытып сыҡты, — ти Сергей Сергеевич яңы агрегаттың өҫтөнлөктәрен барлап.

Тупраҡты мәлендә ашлау, үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын ваҡытында һәм сифатлы башҡарыу ҙа мул уңыш үҫтереп алыуға булышлыҡ иткән. Үткән йылда ғәҙәти иген культураларынан тыш, фермер тәүге тапҡыр гәрсис, етен, борсаҡ сәскән. Игенсе өсөн бик үк уңайлы килмәгән йылда ла баҫыуҙары ярайһы уҡ мул уңыш менән һөйөндөргән алдынғы ҡарашлы фермерҙы.

Күп көс һалып, ҙур ҡыйынлыҡтар менән үҫтерелгән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алып, уларҙы һатыуҙан фермер байтаҡ табыш алған. Был аҡса, тәбиғи, киләсәктә техника паркын артабан яңыртыуға, производствоны үҫтереүгә мөмкинлек бирәсәк.

Крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы С. С. Старцевтың йыл дауамындағы нәтижәле хеҙмәте ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәрен тәбрикләнгән район сараһында лайыҡлы билдәләнде. Юғары хеҙмәт күрһәткестәренә өлгәшкәне өсөн райондың бер төркөм фермерҙары менән бер рәттән Сергей Сергеевич район хакимиәтенең Дипломына һәм аҡсалата бүләккә лайыҡ булды.

Крәҫтиән-фермер хужалығының уңышлы эшләп килеүендә игенселәрҙең дә фиҙаҡәр хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Фермер С. С. Старцев хужалығында йәш, тырыш эшсәндәр тупланған. КФХ механизаторы Николай Федотовтың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары араһында ураҡ миҙгеленең иң яҡшы механизаторы тип билдәләнеп, уға райондың Почет грамотаһына ҡушып ҡиммәтле бүләк тапшырылыуы ла быны раҫлай.

Ошондай үҙ эшенә мөкиббән киткән, егәрле эшсәндәрҙең тырышлығы менән районда ауыл хужалығы тармағы үҫешә, тармаҡта юғарыраҡ үрҙәр яулана.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Һүрәттә: С. С. Старцев һәм Н. В. Федотов Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре көнөндә.



Читайте нас: