+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
11 Ғинуар 2019, 11:31

Алдынғы механизатор

«Аграрий» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Ҡырҙас фермаһында мал аҙығы мул булһын өсөн ҡыҙыу осорҙа эшсәндәр ҙур тырышлыҡ һалған.

Мал ҡышлатыу осороноң нисек үтеүе, ғәҙәттә, әҙерләнгән мал аҙығының күләменә, сифатына бәйләнгән. «Аграрий» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Ҡырҙас фермаһында мал аҙығы мул булһын өсөн ҡыҙыу осорҙа эшсәндәр ҙур тырышлыҡ һалған. Аҙыҡ ихатаһына күпләп бесән-һалам ташып өйөлгән, һутлы аҙыҡ менән фураж да мөмкин тиклем тупланған.

Был ҡышҡы көндәрҙә Ҡырҙас фермаһында һыйыр-тана-торпо-быҙауҙар мал аҙығына ҡытлыҡ кисермәүендә механизатор Ф. И. Бикйәновтың да өлөшө ҙур. Алдынғы тракторсы мал аҙығы әҙерләү мәлендә үҙенең «тимер аты»нан төшмәгән, йәй буйына бесән, һалам пресслауҙа йөрөгән.

Көнө-төнө баҫыуҙан ҡайтмай тиерлек эшләгән Фәнзил Бикйәнов юғары хеҙмәт етештереүсәнлегенә өлгәшкән һәм уның күрһәткесе районда иң яҡшыларҙан билдәләнгән.

Шулай итеп, 600 тонна бесән әҙерләгән Фәнзил Ингел улы мал аҙығы әҙерләүҙә райондың алдынғы механизаторҙары исемлегенә индерелде һәм ауыл хужалығы эшсәндәре хөрмәтенә ойошторолған тантанала райондың Почет грамотаһы һәм ҡиммәтле бүләк менән наградланды.

Әйткәндәй, Фәнзил Ингел улы бар ғүмерен тыуған ауылына, ерҙә эшләүгә арнаған кеше. Мәктәпте тамамлағандан һуң, барса ауыл егеттәре кеүек Таштимерҙәге һөнәрселек училищеһында тракторсыға уҡып сыға. Ил алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтыу менән ул мәлдә Ҡырҙас ҡараған «Йәнгел» совхозына эшкә урынлашып, МТЗ тракторын «ауыҙлыҡлай».

Ул мәлдән алып ҡырҡ йылға яҡын ғүмер үтһә лә, Фәнзил Ингел улы бөгөн дә һөнәренә тоғро ҡала килә. Бөгөн ул «Аграрий» хужалығының алдынғы механизаторҙарының береһе.

— Үҙ эшенә яуаплы ҡараған, тәжрибәле, уңған эшсәндәрҙең береһе ул Фәнзил Бикйәнов. Нәҡ уның кеүек коллективта ҙур абруй ҡаҙанған кешеләр —хужалыҡтың төп терәге, — тигән фекерҙә уның хаҡында «Аграрий» ЯСЙ-һы етәксеһе Н. З. Әхтәмов.

Р. ДАУЫТОВА.

Читайте нас: