+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
18 Ғинуар 2019, 12:36

«Аграрий» хужалығында

«Аграрий» хужалығы райондың агросәнәғәт комплексы тормошонда лайыҡлы урын биләй.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Н. З. Әхтәмов етәкселегендәге «Аграрий» хужалығы райондың агросәнәғәт комплексы тормошонда лайыҡлы урын биләй. Үҫемселектә лә, малсылыҡта ла берҙәй ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшкән хужалыҡта эштәр һис ҡасан тынмай. Мал ҡышлатыу хәстәрлектәре менән бер рәттән бында иртәрәк булһа ла яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлекте башлап, техниканы ремонтлауға тотонғандар.

Ремонт эштәре гөрләй

«Аграрий» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә яңы миҙгелгә тейешенсә әҙерләнеү буйынса ентекле хәстәрлек күрелә. Предприятиеның оҫтаханаһында эшләүселәргә шарттар булдырылған: йылы, кәрәкле алмаш өлөштәр алынған, шуға ла эштәр гөрләп тора.

Бында трактор-машиналарҙың торошо тикшерелә, эшлектән сыҡҡан өлөштәре алмаштырыла, яҙғы сәсеү агрегаттары йүнәтелә. Механизаторҙар барыһы ла үҙ эшен ентекле башҡарырға тырыша, сөнки бөгөн башҡарған эштәренең сифаты һуңынан сәсеү, мал аҙығы әҙерләү, уңыш йыйыу эштәре барышында сағыла, йәғни ауыл хужалығы кампанияларын ваҡытында атҡарып сығыу өсөн иң элек техниканың төҙөк булыуы шарт бит. Тиҙҙән район буйынса үтәсәк техник тикшереүҙә лә һынатмау мөһим.Предприятие директоры Н. З. Әхтәмов әйтеүенсә, ремонт эштәре графикка ярашлы алып барыла, механизаторҙар үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты теүәл үтәп, техниканы әҙерлек һыҙығына ваҡытында ҡуйыу өсөн бар көсөн һала.

— Бөгөнгә ҡеүәтле ике техника: К-700 һәм Т-150 тракторҙары ремонтланып, залға сығарылды. Әле бына ДТ-75 тракторының бөтә узелдары сисеп алынды, ул капиталь йүнәтелә. Шулай уҡ бригадаларҙағы МТЗ тракторҙары, улар беҙҙә бөтәһе һигеҙ, оҫтаханала сират буйынса бер-бер артлы техник хеҙмәтләндереү үтә. Тағы ике КамАЗ-дың да техник торошо тикшереләсәк, кәрәк булһа, ремонт эштәре башҡарыласаҡ. Был эштәр инженер Ринат Әминевтың ҡәтғи күҙәтеүе аҫтында башҡарыла, — тип һөйләй Наил Зиннәт улы.

Шул уҡ ваҡытта баш агроном Фәнзил Тайыпов етәкселегендә яҙғы сәсеүгә етди әҙерлек бара. Тимур Әминев «Бастер СС-6» сәскестәренең подшипник-сошниктарын алмаштыра, башҡа узелдарын тикшереп, көйләй, йүнәтә. Иретеп-йәбештереүселәр Радик Ғайсин менән Роберт Фәтхуллин тырыш хеҙмәт өлгөһө күрһәтә.

— Ике йыл рәттән яңы һиптергес менән эшкәрттек баҫыуҙарҙы. Тик берәү менән генә эште ыратып булмауына инандыҡ. Шуға күрә электән булған һиптергесте яңыһына ҡарап үҙгәртеп ҡороп алырға хәл иттек, тиҙҙән ошо эшкә тотонасаҡбыҙ. Был эштәрҙе атҡарып сыҡһаҡ, унан инде тырмаларға сират етә, — тип дауам итә етәксе.

Бар техниканы әҙерлек һыҙығына ҡуйыу өсөн механизаторҙар Йәмил Ғәбитов, Тәлғәт Ғәлимйәнов, Шамил Хәйбуллин, Юнир Йәһүҙин, Фирғәт Солтановтарҙың тырышып эшләүен билдәләне етәксе.

Хужалыҡ быйыл сәселәсәк культуралар орлоҡтары менән тулыһынса тәьмин ителгән, йәғни көҙҙән үк сәсеү материалы кәрәкле күләмдә таҙартылып, тейешле кондицияға еткерелеп, ышаныслы һаҡлауға һалынған.

Бер һүҙ менән әйткәндә, «Аграрий»ҙа яуаплы миҙгелде лайыҡлы ҡаршы алыу һәм атҡарып сығыу өсөн булған мөмкинлектәр күрелә, кәрәкле шарттар тыуҙырыла.


Малсыларҙың эше көйлө

Ҡырҙас һөтсөлөк фермаһы — ауылдағы берҙән-бер предприятие. Бында һыйыр малдары тотолоп, уның эшләп килеүе ауыл халҡы өсөн ҡыуаныс. Сөнки ике тиҫтәнән ашыу кешегә бында эш урындары булдырылған. Хужалыҡ етәкселегенең үҙҙәре хаҡында даими хәстәрлек күреүенә яуап итеп малсылар ҙа намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәтә.

Фермаға бер йылға яҡын Ғ. Л. Ғәлләмов етәкселек итә. Уға тиклем ун биш йыл буйына бригадир булып эшләгән Ф. И. Бикйәнов бөгөн хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, әлдән-әле фермала булып, уның эше менән даими ҡыҙыҡһынып тора, йәш етәксене кәңәшенән өҙмәй. Беҙ барғанда ла Фәрит Ингел улы фермала ине. Ғамир Ленс улы менән бергәләп ул беҙҙе ҡуралар буйлап оҙатып йөрөнө, ферманың уңыштары, малсылар хаҡында ихлас һөйләне.

— Заманында Ҡырҙаста бына ошондай типовой ферма һалынып, уның бөгөн дә бар талаптарға яуап биреүендә элекке «Амангилде» совхозы директоры Азат Әхтәмовҡа рәхмәтлебеҙ. Һыйыр ҡураһында шул осорҙа ҡуйылған тиҙәк таҙартыу транспортерҙары малсыларҙың эшен күпкә еңеләйтеп, әле булһа эшләп тора. Күреүегеҙсә, ҡуралар йылы, яҡты. Һөт блогы ла бар талаптарҙы күҙәтеп йыһазландырылған, — ти Фәрит Ингел улы.

Тиреҫ таҙартыу транспортеры механизмдарын слесарҙәр Ғаяз Баҡыев, Заһир Баймөхәмәтов, Нәдир Ғәлимйәнов хеҙмәтләндерә. Ул-был көйһөҙлөктәр килеп сыҡһа, уларға иретеп йәбештереүсе Ғәлейән Таһиров ярҙамға ашыға.

Көндөҙгө вахтер Илүзә Ғәлимйәнова ла ҡарауылсы булып, тик кенә ултырмай, ул тиҙәкте транспортерға этеп төшөрөүҙә бар хәленсә ярҙам итә. Ул шулай уҡ һыу һауыттарында һыуҙың даими булыуын контролдә тота, быҙауларға торған һыйырҙарҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмай.

Әлбиттә, төнгө ҡарауылсылар Айҙар Сәлимйәнов менән Рәжәп Игашурин да төндә быҙаулай ҡалһалар, быҙауҙарҙы алып, һыйырҙарҙы тәрбиәләп торалар.

Яңы тыуған быҙауҙар Гөлсирә Баймөхәмәтова ҡарамағында. Йәш үрсемде уның менән алмашлап Зифа Ғәлләмова тәрбиәләшә. Әле был төркөмдә 26 быҙау тора.

— Йәш малдар башта һәр береһе айырым ситлектә тотола. Иң элек уларҙы имеҙлеккә, унан инде биҙрәнән эсергә өйрәтәләр. Ун көн тирәһе үткәс, 5-әр баш торған ҙурыраҡ урынға күсе-рәбеҙ, бында инде һөттән тыш, ярма ла бирелә, – тип һөйләй Ғамир Ленс улы. Был төркөмдә быҙауҙар 45 көн тотола һәм уларға тик һыйыр һөтө генә эсерәләр икән.

Артабан быҙауҙар икенсе ҡураға, Таһир Баймөхәмәтов менән Данис Ғәлләмов тәрбиә-ләгән төркөмгә, күсерелә. Бында инде быҙауҙарға ҡуйы һөттө алмаштырыусы порошокты иҙеп, йылы көйө эсереү өсөн ҡураға һыу ҙа үткән, һыуҙы йылытыу ҡоролмаһы ла ҡуйылған.

6-7 баш бергә торған ситлектәрҙә иҙәндәрҙең яртыһы бер метр күтәрелеп урындыҡ кеүек итеп эшләнгән. Был быҙауҙарҙың ҡорола, йылыла ятыуына мөмкинлек бирә.

Тағы шуныһы, был аҙбарҙа ла мал торған һарайҙарға хас аммиак еҫе аңҡып тормай.

— Быҙауҙарҙың аҫтына бысҡы онтағы түшәлгән. Ул иртәле-кисле алмаштырыла, ҡырып сығарып, яңынан түшәлә, — тип аңлата быны Фәрит Ингел улы.

Быҙауҙарға өҫтәп ашатыу өсөн көн һайын бутҡа бешерелә, был яуаплы эш Рәдиф Ғәлимовҡа йөкмәтелгән. Малдарҙың көр булыуы һәр эшсәндең тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһе.

Фермала бөгөн 120 һыйыр иҫәпләнһә, шуның 100 башы һауыла, әле һыйырҙарҙың күпләп быҙаулау осоро башланған. Ферма мөдире әйтеүенсә, йыл башынан ярты айҙа 15 быҙау алынған.

Малсылар көн оҙоно фермала тиергә була, сөнки малдарҙы ваҡытында һәм тейешенсә ашатмайынса мул продукцияға өмөт итеп булмай. Бында үҙ эшен урын-еренә еткереп, тырышып эшләгән көтөүселәрҙе Ғаян Сәғәҙәтов, Данил Хәмитов, Фәнүз Шәкировты һәм башмаҡтарҙы ҡараған Юнир Игашуриндың хеҙмәтен тик маҡтап телгә алды етәкселек.

Һауынсылар Таңсулпан Игашурина, Фәйез Шәйәхмәтов, Хәдимә Мингажева, Фирүзә Ғәзизова (алмаш һауынсы) һыйырҙарҙы көнөнә ике һауалар. Иртәнге һауын тағы алтыла башланһа, киске алтыла киске һауынға киләләр.

Ҡасандыр районда ир-ат һауынсылар күп ине. Уларҙан бөгөн Фәйез Шәйәхмәтов бер үҙе генә һайлаған һөнәренә тоғро ҡалды, шикелле.

— Хеҙмәт юлын Әхмәт ауылындағы фермала һауынсы булып башлаған Фәйез бар ғүмерен малсылыҡҡа арнаған кеше. Әхмәт фермаһы бөтөрөлөп, малдар Ҡырҙасҡа күсерелгәс, ошо фермаға эшкә килде. Һәм инде егерме йыл һыйыр һауа, — ти Фәрит ағай.

– Фәйез иң яуаплы, ышаныслы эшсән. Һыйыр һауып ҡына ҡалмай, кәрәк икән малдарҙы ла тәрбиәләшә, быҙауҙарҙы ла ҡарай. Кеше булмаһа, ферманы ҡарауылларға ла ҡала. Хатта миңә эш буйынса ҡайҙалыр китергә тура килһә, мине лә алмаштыра, – тип маҡтай уны Ғамир Ленс улы.

Һауылған һөттөң сифатын лаборант Гөлнара Ғәлләмова ентекле тикшергәндән һуң, продукция Мәләүез һөт комбинатының Асҡар филиалына оҙатыла.

Уҙған йыл мал аҙығы әҙерләүҙә район буйынса иң яҡшы тип табылған «Аграрий» механизаторы Фәнзил Бикйәнов фермала бөгөн төп көстө тәшкил итә. МТЗ тракторында тиҙәк түгеү, бесәнлектән бесән-һалам килтереү, хужалыҡта килеп сыҡҡан башҡа ваҡ-төйәк эштәр башҡарыу уның иңендә икән.

— Бесән-һалам, фураж етерлек. Сенажды Ишҡолдан ташып ашатабыҙ. Урал аръяғы МТС-ының Әбйәлил филиалы эшсәндәре һутлы аҙыҡ әҙерләүгә етди иғтибар биргәндәр, сенаждың сифатына дәғүә юҡ, — ти ферма мөдире. — Коллектив та һуңғы һөҙөмтә өсөн тырышып эшләй. Сөнки ни тиһәң дә нәтижәле эшләү өсөн шарттар булдырылған, хеҙмәт хаҡы ваҡытында, айына ике тапҡыр түләнә.

— Коллективтың уңышлы эшләүе етәксенән дә тора, әлбиттә. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған Ғамир Ленс улы йүгереп йөрөп эшләй. Үҙенең миҫалында коллективты ла тырыш хеҙмәткә әйҙәй. Ферманы егәрле етәксе ҡулына ҡалдырыуым ҡыуаныслы, — тине хушлашҡанда Фәрит Ингел улы.

Берҙәм, эшсән ҡырҙастарҙың мал ҡышлатыу осорон имен-аман үткәреүҙәренә ышаныс ҙур.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.


Читайте нас: