+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
15 Февраль 2019, 12:09

Михайловкала быҙауҙар һаны арта

«Башаҡ» хужалығының Михайловка фермаһы базаһында күсмә семинар үтте.

«Башаҡ» хужалығының Михайловка фермаһы базаһында үткән күсмә семинарға хужалыҡтар етәкселәре, фермалар мөдирҙәре, зоотехниктар, ветеринарҙар, осеменаторҙар йыйылды. Кәңәшмә эшендә район башлығы Илдар Нафиҡов ҡатнашты.

Хужалыҡ етәксеһе М. С. Шәғәлиев иң элек йыйылыусыларға ферманы күрһәтте, индерелгән үҙгәрештәр, яңылыҡтар менән таныштырҙы.

Быйыл был хужалыҡ аҙыҡ бутағыс һатып алған.

— Ошоға тиклем мал аҙығын аяҡ аҫтарына ташлап, әрәм-шәрәм иттек. Уҙған көҙ тракторы менән бутағыс алдыҡ, өҫтәүенә уның көрәге лә бар, — тип һөйләй Мәжит Солтан улы техникаһын күрһәтеп. — Һауытына бесән, сенаж, һалам, тарттырылған аҙыҡ, тоҙ һалына һәм улар унда бутала, ваҡлана. Был мал аҙығын 25-30 процентҡа экономияларға мөмкинлек бирә. Шул уҡ ваҡытта эште еңеләйтте, бөтә малды бер малсы ҡарай. Был ҡоролма малдарҙы һимертеү маҡсатында айырыуса ҡулай.

Кәңәшмәгә килгәндәр былтыр ҙур ремонт эштәре башҡарылған быҙау аҙбарында булды: иҙән таҡталары алмаштырылған, ситлек кәртәләре яңыртылған, ҡурала таҙа. Быҙауҙарҙың аҫты ҡоро, алдарында аҙыҡтан тыш, күмер, тоҙ ҙа бар. «Уҙған йыл үрсемдең күпләп үлеүенә юл ҡуйылды, тәрбиә етмәне. Тейешле вакциналар ваҡытында эшләнергә тейеш», — тигән талап ҡуйҙы етәкселек хужалыҡтар вәкилдәренә.

Михайловка фермаһында малдарҙы тулыһынса яһалма ҡасырыуға күсеү уйы менән йәшәйҙәр. Бөгөнгө көндә Екатеринбургтың «Уралплемцентр» ЯСЙ-һы штатында торған В. С. Әсәҙуллин был йүнәлештә эш башлаған.

— Белеүегеҙсә, яҡын киләсәктә лейкоз сирле малдарҙың итен дә, һөтөн дә ҡабул итмәйәсәктәр. Ә беҙҙә ауырыу малдар күп, шуға күрә яһалма ҡасырыу индереү мотлаҡ. «Красная Башкирия» АХК-һы был проблеманы хәл итте. Был эште шәхси хужалыҡтарҙа ла алып барыу зарур, — тине район башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғ. Н. Солтанов.

— Һөттөң хаҡы ҙур, шуға киләсәктә һыйыр малдары һанын арттырыуға йүнәлеш алмаҡсыбыҙ. Йәйге ҡыҙыу эш мәлендә һыйыр малын иткә тотонмаясаҡбыҙ, был маҡсатҡа йылҡы бар. Әле 130 баш һыйыр һауыла, 17-һе быҙаулатыу бүлексәһендә тора, 60 тана бар, быҙау-башмаҡтар 100-ҙән ашыу. Планда — көҙгә 50 баш тоҡомло тана һатып алыу. Биш үгеҙ бар, тик уларҙы көтөүгә сығармайбыҙ, тулыһынса яһалма ҡасырыу индереләсәк, — тип дауам итә Мәжит Солтан улы. — Бөтә малдар биркаланған.

Кәңәшмәнең пленар өлөшөндә йылдың тәүге айы йомғаҡтары менән ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Ғ. И. Шөғүров таныштырҙы. Бөтә күрһәткестәр буйынса пландар үтәлһә лә, үрсем алыу аҡһай. «Малдарҙың үлеүе кәмегән, шулай ҙа йәй тыуған быҙауҙар үлә, шуға күрә «Уралплемцентр» менән планлы эш ойоштороу мөһим, үрсем алыуҙы йәй айҙарына планлаштырмағыҙ. Йәйге быҙауҙар һыуыҡҡа тиҙ бирешә, мандымай», — тине Ғилметдин Иғдисам улы яһалма ҡасырыу мөһимлеген тағы бер тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алып.

Хужалыҡтарҙа тупраҡ эшкәртеү, сәсеү техникаһын яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләү барышы хаҡында ауыл хужалығы идаралығының баш инженеры И. Р. Моталлапов һөйләне.

Артабан һөйләшеү ҡалыплашҡанса отчеттарҙы тыңлауҙан баш тартып, үҙ-ара әңгәмә форматында дауам итте.

Район башлығы И. Т. Нафиҡов хужалыҡ етәкселәренән яҙғы эштәргә әҙерлек юҫығында ниндәй проблемалар булыуын, был тәңгәлдә район хакимиәте яғынан ниндәй ярҙам кәрәклеге хаҡында һораны.

Мәжит Солтан улы иген һәм етен, гәрсис кеүек техник культураларҙы гектарлап субсидиялау мәсьәләһен күтәрҙе.

Фермер В. П. Серпков малдарҙың баҫыуҙарҙы тапауынан ҙур зыян күреүҙәрен әйтеп, был тәңгәлдә ярҙам һораны.

— Был эш менән етди шөғәлләнәсәкбеҙ. Әле районға адмкомиссия өсөн бер штат бүленде. Малдарҙы идентификациялауҙы тулыһынса башҡарырға кәрәк. Ҡайҙа, ниндәй, кемдең малы йөрөүен белеү өсөн уларҙы биркалау мөһим, — тип яуапланы Илдар Таһир улы.

— Районда техник культураларҙы үҫтерергә өйрәндек, бының өсөн хужалыҡтарҙа кәрәкле техника етерлек. Тик эшкәртеү предприятиелары бөтөнләй юҡ. Ҙур һорау менән файҙаланған рапс, етен, көнбағыш кеүек культураларҙы эшкәртеү маҡсатында инвесторҙар табырға ине. Был тирәлә ундай эшкәртеү объекты юҡ, ул тотош Урал аръяғы райондарын хеҙмәтләндерер ине, — тигән тәҡдим индерҙе «Аграрий» хужалығы етәксеһе Н. З. Әхтәмов. Наил Зиннәт улы шулай уҡ МТС-тарҙы һаҡлап ҡалыу ни тиклем мөһим булыуын да дәлилләне.

Р. ДАУЫТОВА.

Читайте нас: