+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
19 Февраль 2019, 12:01

Малдарҙы тамғалау мөһим

Ауыл хужалығы министрлығының махсус ҡарарына ярашлы бөтә төр хужалыҡтарҙағы малдар һәм йорт хайуандары тамғаланырға тейеш.

Ауыл хужалығы министрлығының махсус ҡарарына ярашлы бөтә төр хужалыҡтарҙағы малдар һәм йорт хайуандары тамғаланырға тейеш.

Малдарҙы идентификациялау һәм уларҙы берҙәм мәғлүмәт системаһында теркәү эше республикала былтыр башланды.

Уҙған шаршамбыла район ветеринарҙары ошо мөһим процедураны Атауҙы ауылында башҡарҙы.

— Йәнгел биләмәһе буйынса һыйыр, ваҡ мал биркаланып бөттө. Бына бөгөн аттарға чип ҡуябыҙ, — тип һөйләй Йәнгел ветеринар пункты мөдире Һ. С. Ғәббәсов. — Беҙҙә халыҡ был эште аңлап ҡабул итте. Йылҡы тотҡан кешеләрҙе йыйып һөйләштек. Ауыл биләмәһендә бөтәһе 141 баш ат, шуның 25-е фермерҙыҡы, ҡалғандары ауылдар халҡыныҡы. Чипҡа 100-әр һум аҡса йыйырға кәрәк ине. Бер көндә йыйып та бирҙеләр һәм бына чиптар килде, бөгөн уларҙы ҡуябыҙ.

Һибәт Салауат улы әйтеүенсә, был көндө Атауҙыла 41 атҡа чип ҡуйылды. Чип ҡуйған ваҡытта ветеринарҙар бер юлы аттарға ҡотороҡҡа прививка яһай һәм бруцеллез һәм башҡа бер нисә ауырыуға тикшереүгә ҡан да алалар икән. Шул уҡ ваҡытта ветеринарҙарҙың ҡулында сканер булһа, улар атҡа чип ҡуйғандан һуң, шунда уҡ хужаһына малының ниндәй һан аҫтында теркәлгәнлеген ошо ҡоролма ярҙамында күрһәтеп тә торһа, тағы ышаныслыраҡ булыр ине.

— Малдарҙы тамғалау бик мөһим. Уның әһәмиәтен мал тотҡан һәр кем белергә тейеш. Беренсенән, был уларҙың хужаһын асыҡлауҙа ярҙам итһә, икенсенән, прививка эшләү, ҡан алыу эше еңелләшә, сөнки малды хәреф, һандар ярҙамында идентификациялау мәғлүмәттәре берҙәм реестрҙа тора һәм һаҡлана. Шуға мал юғалһа, юлда тапала ҡалһа, уның хужаһын табыу еңелләшә. Кешеләр ошоно аңлаһын ине, — ти эпизоотик хәлгә ҡаршы көрәш отряды начальнигы Намаҙбай Нәжметдинов. — Нисек кенә булмаһын мал тамғалы булырға һәм һәр кем үҙ малы өсөн үҙе яуап бирергә тейеш.

Белгестәр билдәләнеүенсә, бар малдар тамғаланғанда ғына төбәктә эпизоотик именлеккә өлгәшеү мөмкин буласаҡ.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас: