+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
26 Февраль 2019, 11:46

Яҙғы эштәргә әҙерлек

«Аграрий» йәмғиәте базаһында район хужалыҡтары етәкселәре, баш белгестәре техниканы яҙғы сәсеүгә әҙерлек мәсьәләләре буйынса кәңәш ҡорҙо.

«Аграрий» йәмғиәте базаһында район хужалыҡтары етәкселәре, баш белгестәре техниканы яҙғы сәсеүгә әҙерлек мәсьәләләре буйынса кәңәш ҡорҙо.

Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Ғ. Н. Солтанов семинарҙа ҡатнашыусыларҙы ауыл хужалығы эштәренә ярҙам йөҙөнән дәүләт күрһәткән субсидиялар тәңгәлендәге яңылыҡтар, үҙгәрештәр менән таныштырҙы.

— Техника һатып алыуға субсидия һаҡлана. Шуға күрә дәүләт ярҙам иткәндә, техниканы мөмкин тиклем яңыртып ҡалыу яҡшы. Быйыл сәсеү материалына субсидиялар ике тапҡырға кәмерәк, әлбиттә. Уҙған йыл был исемлеккә бойҙайҙың 59 сорты индерелһә, быйыл 24 сорт ҡына. Шуға күрә элиталы орлоҡ сәсеп, субсидия алыуы отошло, минеңсә. Өҫтәүенә, электән килгән орлоҡтарҙы сәсеү уңышты ла түбәнәйтә, — тине Ғәлим Наил улы.

— Сәсеү тамамланғас, бирелгән отчетта ҡайҙа, нимә сәселгәне асыҡ күренергә тейеш — был да субсидия юллағанда бик мөһим, — тип өҫтәне баш агроном Вил Миянов.

Ауыл хужалығы бүлегенең баш инженеры Илдар Моталлапов һәр хужалыҡтағы техниканы яҙғы сәсеүгә әҙерлек барышына анализ яһаны.

Артабан семинарҙа ҡатнашыусыларҙы «Аграрий»ҙағы яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек барышы менән предприятиеның баш инженеры Р. Т. Әминев таныштырҙы.

— Беҙҙә ремонт эштәре 1 ноябрҙән башланды. Оҫтахана ике АОГВ ярҙамында йылытыла, һыу бар. Бөтә төр ремонт эштәрен үҙ көсөбөҙ менән башҡарабыҙ. Бөгөнгә трактор-машиналар йүнәтелеп бөттө тиерлек, ошо арала һуңғы трактор ремонттан сыға. Ҡырҙаста тимерлек бар, шуға ла тырмаларҙы шунда йүнәтәбеҙ. Әле бына сәскестәр әҙерлек һыҙығына ҡуйыла, кәрәкле алмаш өлөштәр алынған. Быйыл иҫке һиптергесте яңы һатып алғанға ҡарап үҙгәртеп ҡорҙоҡ, былай күпкә осһоҙ сыға, — тип һөйләй Ринат Таштимер улы.

Дәүләт техник күҙәтеү инспекторы Ҡасим Тайсин техосмотрға әҙерлек мәсьәләһенә ҡағылды, был тәңгәлдәге закондағы үҙгәрештәр хаҡында бәйән итте.

— Эш ноябрь айынан башланғас, «Аграрий» механизаторҙарына ла эш бар. Февраль-март айында техниканы ремонтҡа индерәбеҙ ҙә, эшләргә кеше таба алмайбыҙ. Нисек кенә булһа ла сәсеү, ер эшкәртеү техникаһы әҙерлек һыҙығына ваҡытында ҡуйылырға тейеш. Алмаш өлөштәр менән комплекслы тәьмин итергә кәрәк, — тип тамамланы һөйләшеүҙе Ғәлим Наил улы.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас: