+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
27 Февраль 2019, 19:34

Ауыл хужалығында эшләүсе йәштәр өсөн

БР Ауыл хужалығы министрлығы 11 мартҡа тиклем, «Башҡортостан Респубилкаһы агросәнәғәт комплексының кадрҙар потенциалына дәүләт ярҙамы саралары тураһында»ғы Указға ярашлы, дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә документтар ҡабул итә.

Уҡыу йорттарын 2016 йылдан һуң тамамлаған һәм ауыл хужалығында кәмендә алты ай эшләгән йәш белгестәр бындай ярҙамға дәғүә итә ала (уға эш биреүсе ойошма документтар юллай һәм министрлыҡҡа ебәрә).
Былтыр ике йәш белгес — «Красная Башкирия» АХК-һынан агроном Илһам Әхмәтйәнов, «Иҙел» ЯСЙ-һының механигы Рифат Килдейәров ошо Указға ярашлы бер тапҡыр түләнә торған 500 мең һум пособие алды һәм уларҙың эш хаҡына ай һайын 7 мең һумлыҡ өҫтәмә бар, — ти ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Ғ. Шөғүров.
Указ үҙ көсөнә ингән 2009 йылдан алып, районда бөтәһе 18 дипломлы белгес дәүләт ярҙамы менән файҙаланған. Махсус урта уҡыу йорттарын тамамлаусыларға бер тапҡыр түләнә торған сумма 300 мең һум, ә айлыҡ түләм 4 мең һум тәшкил итә.

Таңсулпан ЙОМАҒУЖИНА.
Читайте нас: