-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
5 Март 2019, 12:14

«Юрға» юғары баһа алды

Делегация Өфөлә, Ауыл хужалығы министрлығында уҙған «Йылҡысылыҡты һәм ат спортын үҫтереү стратегияһы» конференцияһында ҡатнашты.

Район хакимиәте башлығы-ның ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Ғ. Н. Солтанов етәкселегендәге делегация Өфөлә, Ауыл хужалығы министрлығында уҙған «Йылҡысылыҡты һәм ат спортын үҫтереү стратегияһы» конференцияһында ҡатнашты.

Ғәлим Наил улынан тыш сараға «Юрға» ат-спорт мәктәбе директоры Басир Дәүләтшин, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Ғилметдин Шөғүров һәм башҡа йылҡы аҫраусылар ҡатнашты.

Башҡортостан Рәсәй субъекттары араһында йылҡы һаны һәм ҡымыҙ етештереү буйынса өсөнсө урынды биләһә, Әбйәлил был күрһәткес буйынса республикала — икенсе урында. Йылҡысылар өсөн мөһим мәсьәләләр менән ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов, уның урынбаҫары Рамил Нуриәхмәтов, ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин, «Аҡбуҙат» үҙәге директоры Дамир Исәев һәм башҡалар сығыш яһаны.

Йылҡысылыҡ продукцияһы — ит һәм ҡымыҙҙы башҡорт бренды итеп, бөтә сауҙа үҙәктәре аша һатыу, сит илгә сығарыу мөмкинлеге конференцияла күтәрелгән үҙәк мәсьәләләрҙең береһе булды. Аттарға чип ҡуйыуҙы 1 апрелгә тамамларға тигән ҡәтғи талап ҡуйылды.

Конференцияла сығыш яһау хоҡуғына эйә булған «Юрға» ат-спорт мәктәбе директоры Б. Ш. Дәүләтшин ат спортын үҫтереүгә, унда балаларҙы күпләп ылыҡтырыуға ҙур иғтибар йүнәлтелде, ти. «Һыбайлыларҙы өйрәтеү өсөн Урал аръяғында (Темәстә) ипподром булдырырға, аттарҙы шунда һынағас ҡына Өфөләге ҙур турнирҙарға алып барырға тигән ҡарар ҡабул ителде. Ат спортын үҫтереүҙә талаш-тартыш булмаһын өсөн координацион совет һайланды. Беҙҙең ат-спорт мәктәбе И. Фазрахманов, Д. Исәев, Уҡыусыларға физик тәрбиә биреү һәм олимпия резервын әҙерләү буйынса республика идаралығы етәксеһе М. Йосопов тарафынан да юғары баһа алды. «Балалар өсөн бындай шарттар биргән мәктәп Рәсәйҙә һирәк», — тине улар. Конференцияла ҡатнашыусыларға таратылған буклетта ла «Юрға»быҙҙың фотоһы булыуы ҡыуаныслы. Ә мин үҙ сығышымда мәктәп ҡуйған маҡсаттар, өлгәшелгән уңыштарыбыҙ хаҡында һөйләнем, сбруй кеүек кәрәк-яраҡҡа, тоҡомло аттар алыуға республика яғынан ярҙамға мохтаж булыуыбыҙҙы ла әйттем», — ти Басир Шәриф улы.

Сара һуңында йылҡы аҫраусы һәм төрлө кимәлдәге ярыштарҙа уңышлы сығыш яһаусы райондаштарыбыҙ Илгизәр Ишбаев, Ғәлим Яуынбаев һәм Радик Усманов БР Ауыл хужалығы министр-лығының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Р. МӨХӘМӘҘИЕВА.


Читайте нас: