Бөгөн ауыл хужалығы эшсәндәре баҫыуҙарҙың ҡарҙан тулыһынса әрселеп, ерҙең орлоҡ һалыуға әҙер булыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Сөнки күпселек хужалыҡтар, фермерҙар сәсеүҙә ҡатнашасаҡ техникаһын әҙерлек һыҙығына ҡуйып, техник тикшереү үтте. «Башаҡ» хужалығында ла был тәңгәлдә эштәр тамамланыу өҫтөндә.
Был хужалыҡта техниканы ҡышҡы миҙгелдә йүнәтеү мөмкин түгел, махсус йылы бина булмағас, ремонт эштәренә көндәр йылынғас ҡына тотоналар. Әммә был осорға тиклем талап ителгән алмаш өлөштәр һатып алына, механизаторҙар кадрҙары туплана.
Уҙған аҙнала беҙ барғанда, хужалыҡтың машина-тракторҙары һаҡланған база ихатаһында эш, һүҙҙең ысын мәғәнәһендә, гөрләй ине: эшсәндәр тракторҙарын көйләй, кемеһелер иҫкергән деталдәр урынына яңыһын ҡуя. Таһир Вәлмөхәмәтов баҫыуға һирптергес өсөн һыу ташыясаҡ бензовоздың тәгәрмәстәрен нығыта. Бер һүҙ менән әйткәндә, эшһеҙ торған бер генә кеше лә юҡ.
Ремонтсылар эшенә етәкселек иткән, күптән түгел механик булараҡ эш башлаған Данир Ямалетдинов үҙе өсөн тәүге булған сәсеүҙе ойошҡанлы, сифатлы үткәреү ниәте менән яна.
— Сәсеү, ер эшкәртеү агрегаттары әҙерлек һыҙығына ҡуйылған. Әле баҫыуға сығасаҡ тракторҙарҙың торошо ҡайтанан тикшерелә. Ошо көндәрҙә буласаҡ техник тикшереүҙе һәйбәт күрһәткестәр менән үтеүгә өмөт бар, — ти йәш белгес.
Уҙған йыл һатып алынған юғары етештереүсәнле «Томь» сәскесе тағылған К-700 тракторы быйыл да Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы Алмас Таһировҡа ышанып тапшырыла. Шулай уҡ Сәлим Искәнйәров менән Шамил Ҡотоев йөрөткән ике МТЗ-82 лә сәсеү эштәрендә ҡатнашасаҡ. Алтай тракторҙарын ауыҙлыҡлаған Мәүлит Моратшин менән Радик Абдулхаҡов ерҙәрҙе культивациялауға сығасаҡ. Марат Хөббөтдинов ҡеүәтле техникаһына дискатор эләсәк. Сәсеү агрегаттарын орлоҡ менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү өсөн Камил Нәбиуллин яуаплы.
Хәҙерге ваҡытта Дим Сәйфуллин менән Александр Ғәниев һөтсөлөк фермаһында малсыларға ярҙамлаша, йәғни мал аҙығын турағыс аша үткәреп аҙыҡ тарата. Тупраҡ өлгөрөү менән улар ҙа баҫыу эштәренә йәлеп ителәсәк.
— Иген культураларынан тыш, баҫыуҙарыбыҙҙа гәрсис, етен дә урын аласаҡ, сенажға судан үләне, бесәнгә могар сәсеү ҙә планлаштырылған. Оҙаҡ йылдар хужалыҡта эшләп, бай тәжрибәгә эйә игенселәребеҙҙең үҙ бурыстарына намыҫлы ҡарауы баҫыу эштәрен ҡулайлы ваҡытта һәм тейешле технологиялар нигеҙендә атҡарып сығыуға булышлыҡ итеренә ышанабыҙ, — ти хужалыҡ етәксеһе Ғаяз Мәжитов.
Был йәһәттән механизаторҙар һынатмаҫ, уларҙың кәйефе күтәренке, һәр ҡайһыһы үҙенә йөкмәтелгән эште ҙур яуаплылыҡ тойғоһо менән башҡарырға ынтыла.