+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
5 Апрель 2019, 17:21

Ауыл кешеһе өсөн яуаплы миҙгел

Райондың аграрийҙарының был мөһим кампанияға әҙерлеге хаҡында район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Ғәлим Солтанов һөйләй:

Райондың аграрийҙарының был мөһим кампанияға әҙерлеге хаҡында район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Ғәлим Солтанов һөйләй:

— Яҙғы баҫыу эштәренә йыл да ентекле әҙерләнәбеҙ. Быйыл 75300 гектар майҙанда сәсеү эштәре башҡарыласаҡ, шуның 65091 гектарын яҙғы культуралар биләйәсәк. Иген культуралары 49410 гектарҙа урынлаштырыласаҡ, ғәҙәттәгесә иң күбе бойҙай сәселәсәк (21207 гектар). Арпа — 16599, һоло — 7100, ҡарабойҙай — 890, ҡуҙаҡлылар 1500 гектарҙы биләйәсәк. Киләһе йыл уңышына көҙгөһөн 2500 гектар ужым культуралары сәселде.

Һуңғы биш йылға анализ райондың ауыл хужалығының ныҡ алға китеүен күрһәтә. Баҫыуҙарыбыҙҙы юғары етештереүсәнле, ҡеүәтле техника иңләй. Алтынсы йыл инде ситтән орлоҡ һатып алмайбыҙ.

Орлоҡсолоҡ буйынса эштәр көйлө: быйыл сәселәсәк майҙандарға етерлек күләмдә — бөтәһе 10300 тонна иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар орлоғо һалынған, шуларҙың 837 тоннаһы элиталы орлоҡтар. 75 тонна күләмендә бер һәм күп йыллыҡ үлән орлоҡтары тупланған. Бөтә орлоҡ материалы орлоҡ инспекцияһы лабораторияларында тикшерелгән һәм сәсеү кондицияһына еткерелгән.

«Красная Башкирия» хужалығы өлгөһөндә башҡалар ҙа яҡшыраҡ һөҙөмтәләргә өлгәшергә ынтыла. Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, ауыл хужалығы предприятиелары технологияны күҙәтеүҙең ни тиклем мөһим булыуын аңлап эш итә.

Беҙҙе туйҙырыусы ергә ҡараш үҙгәрә, йәғни һаҡсыл эш итеү алымдары — нуль һәм минималь эшкәртеү технологиялары ҡулланыла. Аграрийҙар сәсеүлектәрҙе ҡый үләндәренә ҡаршы эшкәртеү, ашлау өсөн кәрәкле тулы комплекстар алды. Йылдан-йыл баҫыуҙарға ашлама күберәк индерелә. Миҫалға, 2016 йылда бер гектарға ғәмәлдәге матдәлә 1,3 кило индерһәк, былтыр 11,8 кг булды, быйылға иһә тағы бер аҙ арттырыу күҙаллана. Сөнки тупраҡҡа ашлама индереү уңышты арттырыу юлы икәнлеге бәхәсһеҙ. Әле минераль ашламалар туплау дауам итә. Бөтәһе 900 тонна ғәмәлдәге матдәлә ашлама алыу планлаштырылған.

Былтыр Әлмөхәмәт элеваторының тулы көсөнә эшләп китеүе райондың ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе. Ауыл хужалығы тауарын етештереүселәребеҙҙең күбеһе ошо эшкәртеүсе предприятиела уңышын таҙартты, һаҡлауға һалды, улар аша һатты.

Хужалыҡтарҙа 226 трактор бар. Яҙғыһын баҫыуҙарға 93 агрегат сығасаҡ. Бынан тыш, тағы ике юғары етештереүсәнле «Томь» сәсеү комплексы һатып алынасаҡ, улар сәсеүҙе уңайлы осорҙа һәм ҡыҫҡа ваҡытта тамамларға мөмкинлек бирәсәк.

15 мартҡа тракторҙарҙың 88, сәскестәрҙең 91 проценты, тупраҡты эшкәртеү агрегаттарының 92 проценттан ашыуы әҙер ине. Бер агрегатҡа уртаса 559 гектар тура килә һәм сәсеүҙе 14-15 көндә тамамларға иҫәп. Әле ҡалған техниканы көйләү, комплектлау бара.

Яҙғы баҫыу эштәрен үткәреүгә 700 тонна яғыулыҡ-майлау материалдары талап ителә. Яғыулыҡ алыу буйынса килешеүҙәр төҙөлгән.

Сәсеүҙе үткәреүгә 250 миллион һум аҡса талап ителә. Шуның 115 миллион һумын, йәки сығымдарҙың 46 процентын хужалыҡтар үҙҙәренең аҡсаһы менән ҡаплаясаҡ. Ҡалған 135 миллион һумы бюджеттан (12 миллионы һәр гектарға субсидия, 5 миллионы һөткә субсидия һәм 73,7 миллион һум кредит ресурстары йәлеп ителәсәк).

Ауыл хужалығы предприятиелары электән эшләп килгән тәжрибәле, үҙ эштәренә яуаплы ҡараған етәкселәр ҡулында. Бөтәһенең дә тырышып эшләүе нәтижәһендә йылдан-йыл тотороҡло һөҙөмтәләргә өлгәшәбеҙ. Ағымдағы йылға ла өмөт ҙур.

Бөгөнгә төп бурыс иһә ҡоролоҡҡа бирешмәүсән, юғары табышлы культуралар майҙандарын арттырыу, шулай уҡ малсылыҡты юғары аҡһымлы аҙыҡ базаһы менән тәьмин итеү.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА яҙып алды.


Читайте нас: