Ташбулатта хоккей майҙансығы
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
17 Май 2019, 12:41

«Агро» баҫыуҙарында

Һәр ерҙә игенселәр ошоға тиклем аяҙ, йылы торған көндәрҙе файҙаланып ҡалырға тырышты.

Яҙғы баҫыу эштәренең ҡыҙған осоро. Һәр ерҙә игенселәр ошоға тиклем аяҙ, йылы торған көндәрҙе файҙаланып ҡалырға тырышты. Көндәрҙең бер аҙ һыуытып, ямғырҙар яуыуы ла яҡшыға ғына: ерҙә орлоҡ шытып сығыу өсөн дым етерлек, шулай ҙа әлеге яуын-төшөм дә ҡамасау түгел.

«Агро» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте игенселәре лә яҙғы культураларҙы ваҡытында сәсеп ҡалыу көн талабы булыуын яҡшы аңлап, көндө-төнгә ялғап, ең һыҙғанып баҫыу эштәренә тотонған. Йылдағыса, «Агро» йәмғиәте сәсеү кампанияһын яҡшы әҙерлек менән ҡаршы алды. Баҫыуға сығасаҡ техниканы һәм агрегаттарҙы әҙерләүҙе ноябрҙән башлап, уларҙы йүнәтеп, әҙерлек һыҙығына ҡуйыуға етди ҡараны. Машина-тракторҙарҙы ремонтлауҙы районда тәүгеләрҙән булып тамамланылар, бар техниканың һәм уларҙың тағылмаларының яҙғы эштәргә әҙерлеге буйынса район семинар-кәңәшмәһе хужалыҡ базаһында юғары кимәлдә ойошторолдо.

— Баҫыуҙарға сәсеү алдынан ашлама индерелде. Бөгөнгә тотош майҙандың 70 процентына (йәғни 16 майға — авт.) киләһе уңыш орлоҡтары һалынды ла инде. Трактор-агрегаттар барыһы ла эштә: берәүҙәре баҫыуҙа дым ҡаплау менән мәшғүл булһа, икенселәре сәсеүҙә йөрөй. Етен, гәрсис культураларын, борсаҡ сәсеүҙе тамамланыҡ, сират бойҙай менән һолоға етте, — тип таныштыра эш барышы менән хужалыҡ етәксеһе Н. З. Әхтәмов.

Наил Зиннәт улы әйтеүенсә, 350 гектарҙы биләгән етен менән 200 гектарҙа урынлаштырылған гәрсис бик дәррәү шытып сыҡҡан.

— Көндәр эҫе торғас, орлоҡто ергә һалыу менән ул шул арала шытым бирә. Күрәһегеҙме, бына борсаҡ та дәррәү генә сығып килә, — тип борсаҡ менән һоло ҡатыш сәселгән баҫыуҙа морон төрткән үҫентеләрҙе күрһәтеп ҡыуанысын йәшермәй етәксе. Әйткәндәй, был ҡатнаш баҫыуҙа борсаҡ төп урында буласаҡ, ә һоло был культура уға үрелеп үҫеү өсөн бергә сәселә икән.

Тупраҡҡа тейешле кондицияға еткерелгән яҡшы сифатлы орлоҡ һалыныуы ла һәйбәт уңыш үҫтереүҙә төп шарт. Шуға ла сәсеү материалын әҙерләүгә етди иғтибар бирелә. Баҫыуҙа эш туҡтамаһын өсөн Роберт Фәтхуллин етәкселегендә ырҙын табағында орлоҡто ваҡытында ағыулап, игенселәрҙе сәсеү материалы менән тәьмин итеү яҡшы ойошторолған.

«Агро» ЯСЙ-һы баҫыуҙарында бөтәһе 600 гектарҙа бойҙай сәселә, 300 гектарҙы һоло биләйәсәк. Көндәр уңай торғанда тәүлеккә эшләнеш 150-200 гектар тәшкил итә. Ерҙе тырматып, сәсеүгә әҙерләүҙә, дым ҡаплауҙа районда билдәле алдынғы механизатор Йәмил Ғәбитов ал-ял белмәй эшләй.

Һәр ауыл хужалығы кампанияһында алдынғылар исемлегендә булған Шамил Хәйбуллин үҙенең ҡамыл сәскестәре эленгән К-700 тракторында ярауай бойҙай сәсә. Был баҫыуға йәнәш ятҡан майҙанды Юнир Йәһүҙиндың ҡеүәтле К-700-ты иңләй, эште сифатлы башҡарыуы менән алдырған механизаторҙың агрегаты һоло сәсә. Орлоҡ менән тәьмин итеүҙә Тимур Әминев ярҙам итә.

МТЗ-1221 тракторында «Агро»ның ғына түгел, райондың билдәле механизаторы Варис Вәлиев юғары хеҙмәт өлгөһө күрһәтә.

Наил Зиннәт улы хужалыҡта быйыл ғына эш башлаған аталы-уллы ике Владимир Любимовтарҙың да тырышлығын билдәләп үтте. Улы шулай уҡ МТЗ тракторында бойҙай сәсеүҙә йөрөй. Ә оло Любимов иһә беҙ элек-электән күреп өйрәнгән совет осорондағы ДТ-75 тракторын «йүгәнләгән».

— Һөрөлгән баҫыуҙан «Бастер» сәскестәре ҡыйынлыҡ менән үтә, шуға ла был тракторға элекке сәскестәрҙе элеп, бойҙай сәсәбеҙ, — тип аңлатма бирә етәксе.

Сәсеүлектәрҙе тапатыуҙа МТЗ-80 тракторында Айнур Фәритов йөрөй. Сәсеү агрегаттарына орлоҡто Кәрим Ҡасҡынбаев менән Раил Вилданов КамАЗ, Азамат Юркевич ГАЗ машиналарында ташый. Ырҙын табағына яҡын урынлашҡан баҫыуҙарға сәсеү материалын МТЗ тракторында Фәнзил Бикйәнов ташып өлгөртә. Сәскестәрҙә йөрөгән Фидан Исмәғилев, Нур Ямалетдинов, Зәбир Йәһүҙин һуңғы һөҙөмтә өсөн тырышып эшләй.

Иретеп йәбештереүсе, үҙ эшенең оҫтаһы Радик Ғайсиндың да өлөшө һиҙелерлек.

Ялан батырҙарының тамағы туҡ булһа, был, һис шикһеҙ, эштә сағыла. Игенселәрҙе ашнаҡсы Йәмилә Ырыҫҡолова тәмле аштар менән һыйлай.

— Төп культураларҙы сәсеүҙе 25 майға тамамларға иҫәпләйбеҙ. Унан һуң иген культуралары шытып сығыу менән уларҙы быйыл шыйыҡ карбамид менән эшкәртәсәкбеҙ. Был препарат кәрәкле күләмдә ҡайтарылған да инде. Артабан баҫыуҙарға химик утау мәле етә. Бесәнгә төшәбеҙ, культуралар урыуға өлгөрә. Шулай, игенсе өсөн йәйге ҡыҙыу осор етте, — ти Наил Зиннәт улы.

Игенселәрҙең дөйөм тырыш хеҙмәтенә яуап итеп, баҫыуҙар мул уңыш менән һөйөндөрһөн тигән теләктә һаубуллаштыҡ ялан батырҙары менән.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас: