+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
28 Май 2019, 12:35

Хеҙмәт бушҡа түгелмәй

Район ауыл хужалығы идаралығынан алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, хужалыҡтар, фермерҙарҙың күпселеге сәсеү эштәрен теүәлләгән.

Район ауыл хужалығы идаралығынан алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, хужалыҡтар, фермерҙарҙың күпселеге сәсеү эштәрен теүәлләгән. Сәсеү техникаһы булмаған бәләкәй фермер хужалыҡтарына ошо көндәрҙә үҙҙәренең баҫыуҙарында сәсеү эштәрен тамамлаған «Урал аръяғы МТС-ы» ярҙамға киләсәк. Район баҫыуҙарында мал аҙығы, көнбағыш, ҡарабойҙай, картуф кеүек йылылыҡ яратыусы культуралар ғына сәселмәгән әле.

Уҙған аҙна аҙағында беҙ «Башаҡ» хужалығында булғанда игенселәр һуңғы гектарҙарҙа бойҙай сәсә ине. К-700 тракторында Зәбир Әлибаев менән МТЗ-ла Әхәт Хәсәнов ерҙе культивациялау менән мәшғүл. Улар артынса Алмас Таһировтың етештереүсәнле Томь сәскесе таҡҡан ҡеүәтле К-700 тракторы бойҙай орлоҡтарын дымлы, йылы тупраҡҡа һала бара. Артабан инде Александр Ғәниевтың агрегаты сәсеү технологияһындағы һуңғы агротехник сараны башҡара, йәғни сәсеүлекте дискалай. Водитель Зиннәт Абдрахманов та тырыш хеҙмәт өлгөһө күрһәтә, эш өҙлөкһөҙ барһын өсөн орлоҡ материалын ваҡытында ташып өлгөртә.

— Барыбыҙ ҙа сәсеүҙе тиҙерәк тамамлау ниәте менән янғас, эшебеҙ ҙә ырамлы бара, — ти механизаторҙар. — Ни тиһәң дә, орлоҡто бураҙнаға ҡулайлы ваҡытта һалып ҡалыу — мул уңыш алыу өсөн тәүшарт.

Тотош хужалыҡ буйынса иген культуралары бөтәһе 1300 гектарҙа сәселгән, шуларҙың 560 гектарын — бойҙай, 400 гектарын арпа биләй, ҡалған майҙанды һоло алған. Шулай уҡ бөгөн һатып алыусыларҙа ҙур һорау менән файҙаланған техник культураларҙы игеүгә лә «Башаҡ» йәмғиәтендә ҙур иғтибар бирелә. Гәрсис — 150, етен 200 гектарҙы биләгән был культуралар дәррәү, тигеҙ шытым биреүе менән ҡыуандыра. Эш һөҙөмтәләре булып тигеҙ сыҡҡан шытымдар игенселәргә дәрт өҫтәй. Тимәк, улар әйтеүенсә, хеҙмәт бушҡа түгелмәгән.

Бөгөн хужалыҡта мал аҙығы өсөн бер йыллыҡ үләндәр һәм йәшел массаға көнбағыш сәсергә ҡала. Әммә сәсеү бөтһә лә игенсе өсөн эш башлана ғына. Сәсеүлектәрҙә баш ҡалҡытҡан культураларҙы химик утауға төшөргә ваҡыт етә, уның артынса мал аҙығы, бесән әҙерләү, ураҡ, көҙгө баҫыу эштәре...

Йылдың ниндәй килеүенә ҡарамаҫтан, иген ҡырҙарында әсе тир түгеп, мөмкин тиклем уңыш үҫтереп алыуға бар көсөн һалған баҫыу эшсәндәренең һынатмаҫына, һәр эште күңел талабы ҡушҡанса намыҫлы атҡарып сығыуҙарына шик юҡ.

Р. ДАУЫТОВА.
Һүрәттә: Алмас Таһиров, Зиннәт Абдрахманов, Александр Ғәниев.
Читайте нас: