Райондың ауыл хужалығы тармағындағы эштәр торошо: сәсеү барышы, малсылыҡтағы хәлдәр хаҡында район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғәлим Солтанов һөйләй:
— Яҙғы сәсеү эштәренә май байрамдары осоронда төштөк. Апрелдә яуған ҡар, ямғыр ерҙе дым менән ярайһы туйындырҙы. Өҫтәүенә, мөһим агротехник сара булған дым ҡаплау ваҡытында башҡарылды һәм бураҙналарға орлоҡтарҙы ҡулайлы осорҙа һалдыҡ. Дөйөм алғанда, сәсеүҙе ойошҡанлы һәм уңайлы ваҡытта башҡарып сыҡтыҡ. Бөгөн сәсеү эштәре тамамланды. Ҡырауға тиҙ бирешеүсән культураларҙан ҡарабойҙай, суданка һәм могарҙы һәм башҡа йылылыҡ яратыусы культураларҙы сәсергә ашыҡмайбыҙ, сөнки ҡырау төшөү ҡурҡынысы бар. Иң алда сәселгән рапс, етен, гәрсис, иген, мал аҙығы шытып сыҡты ла инде.
Апрель айындағы, май башындағы эҫе көндәрҙә күп йыллыҡ үләндәрҙән эспарцет менән люцерна ныҡ ҡына күтәрелде, һуңғы ҡырауҙар үҫемлектәрҙең үҫешен бер аҙ тотҡарлаһа ла, уларҙың торошо һәйбәт, әммә уларға ямғыр кәрәк, әлбиттә.
Йылдағыса сәсеү эштәре тамамланған урындарҙа химик утауға төшә баралар. «Россельхознадзор» белгестәре менән берлектә шытып сыҡҡан культураларҙы төрлө ауырыуҙарға, ҡоротҡостарға тикшереү үткәрелеп, хәүеф янаған баҫыуҙар асыҡлана.
Баҫыуҙарҙы тәрбиәләү осоронда сәсеүлектәрҙе һаҡлау сараларын мотлаҡ күрергә тейешбеҙ. Химик утау үткәреүҙең һөҙөмтәләре яҡшырҙы, бөгөн хужалыҡтарҙың, күп кенә фермерҙарҙың был эштә бик кәрәкле булған һиптергестәре бар. Ваҡытында башҡарылған был мөһим сара уңышты күтәрергә булышлыҡ итеүе һәр кемгә билдәле.
Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығы тармағында техника паркы күпкә яңырҙы. Был да яҡшы һөҙөмтә бирә, сәсеү ҡыҫҡа ваҡытта башҡарыла. Төрлө яҡтан ҡарағанда, быйыл һәйбәт уңыш үҫтереп алыуға ышаныс бар.
Алда мал аҙығы әҙерләү кампанияһы көтә. Күп йыллыҡ үләндәрҙең өлгөрөү фазаһына ҡарап, үләндә туҡлыҡлы матдәләр күпләп тупланған осорҙо файҙаланып, аҙыҡты әҙерләп ҡалыу зарур. Ваҡытында әҙерләнгән аҙыҡтың ҡиммәте лә юғары була бит.
Малсылыҡҡа килгәндә, осһоҙ, мул һөт осорон файҙаланып, тырышып эшләй малсылар. «Красная Башкирия» АХК-һынан тыш башҡа хужалыҡтар һәм фермерҙарҙың һыйыр малы көтөүе йәйләүҙәргә күсте. Алынған продукцияны һатыу менән проблема юҡ, Магнитогорск, Мәләүез һөт заводтарына оҙатабыҙ. Һәр ваҡыттағыса һөт етештереүҙә «Красная Башкирия», «Завет», «Башаҡ», «Күсем» хужалыҡтары, фермерҙар Рим Ғәлимов, Иршат Зәйнетдинов, Сания Мырҙабаева, Азамат Абсаҙыев, Рамил Юлдыбаев, Тимербулат Рәхмәтов етештереүсәнле эшләй.
«Красная Башкирия» ауыл хужалығы кооперативы ла яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы сәсеүҙе тамамланы. Был эш бөтәһе 7210 гектарҙа, шул иҫәптән бойҙай — 2116, арпа — 3044, һоло — 1550, башҡа культуралар 500 гектарҙа сәселде. Шулай уҡ 1500 гектарҙа көнбағыш, шунса гектарҙа етен, 120 гектарҙа гәрсис бураҙналарға һалынды. Бөгөн мал аҙығына бер йыллыҡ үлән һуңғы гектарҙарҙа сәселә. Был эш хужалыҡтың оҫта механизаторҙарҙың береһе Сергей Огарковҡа йөкмәтелгән. Етештереүсәнле «Сэлфорд» сәскес-культиватор эленгән Джон Дир тракторында Сергей Николаевич юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. Сәсеү комплексының өҙлөкһөҙ эшен тәьмин итеү маҡсатында уға орлоҡто Сергей Шубин ташып өлгөртә. Сергей Геннадьевич ошоға тиклем дым ҡаплауҙа йөрөгән, был эш тамамланғас, орлоҡ ташыуға күскән. Бына ошондай тырыш, егәрле механизаторҙар хужалыҡтың төп көсөн тәшкил итә лә инде.