+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
3 Июнь 2019, 13:36

Малсылыҡ тармағы эшсәндәре ярышты

Райондың малсылыҡ тармағы эшсәндәре һөнәри оҫталыҡта көс һынашты.

Райондың малсылыҡ тармағы эшсәндәре һөнәри оҫталыҡта көс һынашты.
46-сы тапҡыр ойошторолған конкурс быйыл «Завет» хужалығының Гусев һөтсөлөк комплексы базаһында үтте.
Бәйгегә 15 һауынсы һәм ете техник-осеменатор сыҡты. Ярыш бик көсөргәнешле барҙы, һәр кем иңдәрҙә-иң булыр өсөн бар тырышлығын, белемен, оҫталығын һалды.
Һауынсылар иң элек теоретик белемдәрен күрһәтеп һорауҙарға яуаптар бирҙе, унан инде һауын аппаратын тиҙлеккә һүтеп йыйҙы, һауылған һөттөң сифаты, һөт һауыу талапатарын теүәл үтәү ҙә мөһим роль уйнаны. Техник осеменаторҙар бәйге сиктәрендә башҡарған теорияны биреү, лаборатор тикшереү, малдарҙы яһалма ҡасырыу эше талаптары ҡаты ине.
Йыйылған балдар буйынса жюри ағзалары иң-иңдәрҙе билдәләне.
Шулай итеп, оло йәштәге һауынсылар араһында «Аграрий» ЯСЙ-һы һауынсыһы Фәйез Шәйәхмәтов беренсе урын алды. Икенсе, өсөнсө урындарҙы Гүзәлиә Ғибәҙәтова («Красная Башкирия») менән Зәлифә Кәримова («Башаҡ») бүлеште.
Урта йәштәгеләр араһында «Ишҡол» АХК-һынан Венера Фазылова иң шәп һауынсы тип билдәләнде. Икенсе урынды Зөлфиә Муллағәлиева («Завет») яулаһа, «Башаҡ»тан Нияз Хисмәтов өсөнсөлөктә билдәләнде.
Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары һауынсылары араһында беренсе-икенсе урындар С. Мортазина кәрҫтиән-фермер хужалығы һауынсылары Нәзилә Мортазина менән Рәшиҙә Мирсаевала. Өсөнсө урынды Р. Юлдыбаев хужалығы һауынсыһы Нурзифа Хәкимова яуланы.
Техник-осеменаторҙар араһында былтырғы еңеүсе Венера Кощеева («Красная Башкирия» АХК-һы) беренселекте быйыл да ҡулдан ысҡындырманы. Икенсе урынға Рәйсә Шәмсетдинова («Завет») сыҡты һәм өсөнсөлөктә Мостафа Фәттәхов (Асҡар ветучастаһы) яуланы.
Малсылыҡ тармағы эшсәндәренең һөнәри оҫталыҡ бәйгеһен юғары кимәлдә ойошторған «Завет» хужалығына ла (етәксеһе Ғ. С. Ғәлләмов) диплом һәм бүләк тапшырылды.
Читайте нас: