+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
7 Июнь 2019, 13:15

Инвестпроекттар тормошҡа ашырыла

Ошо көндәрҙә Йәрмәкәй районында «Северная нива Башкирия» тип исемләнгән инвестицион проект тормшҡа ашырыла башланы.

Ошо көндәрҙә Йәрмәкәй районында «Северная нива Башкирия» тип исемләнгән инвестицион проект тормшҡа ашырыла башланы. Инвестор булып немец эшҡыуары Штефан Дюррҙың «ЭкоНива» агрохолдингы сығыш яһай.
Проект өҫтөнлөклө тип табылғандан һуң уға субсидия һәм ташламалар рәүешендә дәүләт ярҙамы ла күрһәтеләсәк. Бөгөнгө көнгә проекттың тәүге — 2,9 миллиард һумлыҡ тәүге өлөшө тормошҡа ашырыла: 2,8 мең башҡа иҫәпләнгән һөтсөлөк комплексы төҙөлә. Ул һөт етештереү, ит продукцияһы алыу менән шөғөлләнәсәк. Предприятиела 112 эш урыны булдырыласаҡ тип күҙаллана. Әлеге ваҡытта базаға юғары етештереүсәнле тоҡомло малдар килтерелә.
Дөйөм алғанда «ЭкоНива» республика биләмәһендә өс һөтсөлөк комплексы төҙөргә планлаштыра. Инвестпроекттарға 7,6 миллиард һум аҡса һалынасаҡ. Һөт продукцияһы эре предприятиеларҙан һаналған Бәләбәй һөт комбинатына ебәреләсәк. Был комбинатты сырҙар етештереүсе француз фирмаһы үҙ ҡанаты аҫтына алған.
Читайте нас: