+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
7 Июнь 2019, 12:20

Ябай, әммә абруйлы һөнәр эйәләре

Райондың малсылыҡ тармағы эшсәндәре һөнәри оҫталыҡта көс һынашты.

Райондың малсылыҡ тармағы эшсәндәре һөнәри оҫталыҡта көс һынашты. 46-сы тапҡыр ойошторолған конкурс быйыл «Завет» хужалығының Гусев һөтсөлөк комплексы базаһында үтте.

Райондың ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе Ғ. И. Шөғүров тотош район буйынса үткән ҡышлатыу осорона анализ яһап, өлгәшелгән уңыштарҙы барланы, асыҡланған етешһеҙлектәргә туҡталды. Унан һуң Ғилметдин Иғдисам улы бәйгеселәрҙең эштәрен баһалаясаҡ жюри ағзалары, конкурсанттарға ҡуйылған талаптар менән таныштырып үтте.

Бәйгегә 15 һауынсы һәм яһалма ҡасырыусы 7 техник сыҡты. Ярыш бик көсөргәнешле барҙы, сөнки бында үҙ эшендә бай тәжрибә туплаған малсылар йыйылғайны. Һәр кем иңдәрҙән-иң булыр өсөн бар тырышлығын, белемен, оҫталығын һалды.

Һауынсылар иң элек теоретик белемдәрен күрһәтеп һорауҙарға яуаптар бирҙе, унан инде һауын аппаратын тиҙлеккә һүтеп йыйҙы, һауылған һөттөң сифаты, һөт һауыу талаптарын теүәл үтәү ҙә мөһим роль уйнаны. Техник-осеменаторҙар бәйге сиктәрендә башҡарған теорияны биреү, лаборатор тикшереү, малдарҙы яһалма ҡасырыу эше талаптары ҡаты ине. Йыйылған мәрәйҙәр буйынса жюри ағзалары иң-иңдәрҙе билдәләне.

— Район эшмәкәрлегендә малсылыҡ тармағы мөһим йүнәлештәрҙең береһе. Һөнәри оҫталыҡҡа конкурс эшсе һөнәрҙең абруйын күтәреүгә булышлыҡ итә. Еңел булмаған шарттарҙа эшләп, үҙ һөнәрегеҙгә тоғро ҡалыуығыҙ өсөн рәхмәт, — тине район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡов еңеүселәрҙе тәбрикләп һәм уларға дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.

Шулай итеп, оло йәштәге һауынсылар араһында «Аграрий» ЯСЙ-һы һауынсыһы Фәйез Шәйәхмәтов беренсе урын алды. Икенсе, өсөнсө урындарҙы Гүзәлиә Ғибәҙәтова («Красная Башкирия») менән Зәлифә Кәримова («Башаҡ») бүлеште.

Урта йәштәгеләр араһында «Ишҡол» АХК-һынан Венера Фазылова иң шәп һауынсы тип билдәләнде. Икенсе урынды Зөлфиә Муллағәлиева («Завет») яулаһа, «Башаҡ»тан Нияз Хисмәтов өсөнсөлә билдәләнде.

Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары һауынсылары араһында беренсе-икенсе урындар С. Мортазинаның крәҫтиән-фермер хужалығы һауынсылары Нәзилә Мортазина менән Рәшиҙә Мирсаевала. Өсөнсө урынды Р. Юлдыбаев хужалығы һауынсыһы Нурзифа Хәкимова яуланы.

Техник-осеменаторҙар араһында былтырғы еңеүсе Венера Кощеева («Красная Башкирия» АХК-һы) беренселекте быйыл да ҡулдан ысҡындырманы. Икенсе урынға Рәйсә Шәмсетдинова («Завет») сыҡты һәм өсөнсөлә — Мостафа Фәттәхов (Асҡар ветучасткаһы) яуланы.

Малсылыҡ тармағы эшсәндәренең һөнәри оҫталыҡ бәйгеһен юғары кимәлдә ойошторған «Завет» хужалығына ла (етәксеһе Ғ. С. Ғәлләмов) диплом һәм бүләк тапшырылды.

Артабан хужалыҡтар етәкселәре менән үткән һөйләшеүҙә яҙғы баҫыу эштәренә йомғаҡ яһалды.

— Сәсеүлектәр тигеҙ, дәррәү шытым менән ҡыуандыра. Тик бөгөн көнүҙәк булған сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү эшен башлауҙы һуңлатмаҫҡа кәрәк. Шулай уҡ баҫыуҙарҙы мал тапауҙан һаҡлау өсөн бар сараларҙы күреү мөһим. Административ комиссиялар эшенә хужалыҡтар яғынан ҡараусыһыҙ туҙып йөрөгән малдарҙы бикләү урыны менән ярҙам итегеҙ, — тип мөрәжәғәт итте район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғәлим Солтанов.

Илдар Таһир улы хужалыҡтар етәкселәре алдында торған тармаҡ мәсьәләләренән тыш, 22 июндә буласаҡ район һабантуйына, тиҙҙән башланасаҡ ауылдаштар осрашыуҙарына әҙерлек мәсьәләләрен дә урап үтмәне, етәкселәрҙән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына төҙөкләндереү эштәрендә ярҙам итеүҙәрен һораны.

Сарала ҡатнашыусыларға Гусев ауыл биләмәһенең үҙешмәкәр артистары үҙҙәренең моңло йырҙарын, дәртле бейеүҙәрен бүләк итте.

Р. ДАУЫТОВА.
Читайте нас: