Игенсе өсөн бөгөн дә ҡыҙыу мәл. Бураҙналарға һалынған орлоҡтар шытып сығыу менән ауыл эшсәндәре уларҙы ҡоротҡостарға, ҡый үләндәренә, төрлө ауырыуҙарға ҡаршы эшкәртеүгә тотондо. Шул уҡ ваҡытта үҫемлектәрҙе өҫтәмә туҡландырыу ҙа алып барыла. Күп кенә хужалыҡтар мал аҙығы әҙерләү кампанияһын башланы.
— Ҡайһы бер хужалыҡтар, фермерҙар баҫыуҙарын икенсе тапҡырға химик эшкәртеүгә төштө, — ти район ауыл хужалығы бүлегенең баш агрономы В. Н. Миянов. — Тотош район буйынса бөгөнгә (20 июнгә - авт.) 37 мең гектар иген культуралары ҡый үләндәренә ҡаршы эшкәртелһә, ҡоротҡостарға ҡаршы бындай сара 10, сирҙәргә ҡаршы 9 мең гектарҙа башҡарылды. 12 мең гектар майҙанда япраҡ аша өҫтәмә туҡландырылыу үткәрелде.
Вил Нәжип улы билдәләүенсә, кисәге көнгә 1000 гектар күп йыллыҡ үләндәр, күпселектә люцерна, бесәнгә сабылған, шуның 400 гектарындағы масса йыйылып, төргәктәргә төрөлгән. «Красная Башкирия» ауыл хужалығы кооперативы тәүгеләрҙән булып сенаж һалыуҙы башлап, был төр мал аҙығын бер мең тоннаға яҡын туплаған да инде.
«Урал аръяғы Агро» МТС-ы баҫыуҙарында булғанда, бында ла техникаларҙың геүләүе бер минутҡа ла тынмауына шаһит булдыҡ. Һәр ерҙә эш ҡайнап тора: сәсеүлектәрҙә химик эшкәртеү үткәрелә, көнбағыш баҫыуҙарының рәт аралары эшкәртелә, бесәнгә лә төшкәндәр.
Баҫыуҙарҙағы культуралар дәррәү шытым биргән, сәселмәй ҡалған аралыҡтар күренмәй. Предприятие етәксеһе Фирғәт Сәғитов билдәләүенсә, бында игенселәрҙең эшен етди контролдә тотоп, үҙ эшенә ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған йәш агроном Азамат Бараковтың хеҙмәт өлөшө ҙур.
— Сәсеүлектәр, ғөмүмән, ҡый үләндәренә ҡаршы эшкәртелә. Шулай ҙа ҡоротҡостар, йәки төрлө ауырыуҙар хәүефе янаған баҫыуҙарҙы уларға ҡаршы химикаттар менән дә эшкәртәбеҙ, — ти предприятиеның менеджеры Филат Харрасов.
Джакто һирптергестәрен МТЗ-82 тракторҙарына элгән механизаторҙар Салауат Темиров менән Рәхимйән Хоҙайбиргәновтар бойҙай сәсеүлеген иңләй. Был баҫыуҙан арыраҡ йөрөгән Туман һиптергесен предприятиеның тәжрибәле механизаторҙарының береһе Салауат Ғибәҙуллин «ауыҙлыҡлаған». Уңған игенселәрҙең тракторҙар менән етеҙ, оҫта идара итеүенә күҙ ҙә эйәрмәй.
Был механизаторҙарҙың агрегаттарын химикаттар менән заправкалауҙа Илнур Саниев, Илгиз Сафин, Мәрүән Абдразаҡов, Айҙар Мансуров йөрөй. Бензовоз водителе Руфат Хәсәнов химикаттарҙы ҡулланыуға әҙерләү маҡсатында һыу ташый. Был эштә шулай уҡ Т-150 тракторында Рәфҡәт Мырҙабаев ярҙам итә. Үҙенең КамАЗ-ында Илшат Иҫәнбулатов иһә ағыулы матдәләр менән бер рәттән һыу ҙа ташып өлгөртә.
Искәндәр Туҡтағолов көнбағыш үҫтереүҙә мөһим агротехник сара һаналған рәт араларын эшкәртеү менән мәшғүл.
— Бөтә механизаторҙар ҙа тәжрибәле эшсәндәр. Шуға күрә уларҙың һәр ҡайһыһының эште сифатлы башҡарырына шик юҡ, — ти менеджер Илнур Дауытов.
Игенселәрҙең үҙ бурыстарына яуаплы ҡарап, ауыл хужалығының бөтә кампанияларын ваҡытында һәм сифатлы атҡарып сығыуында ашнаҡсыларҙың өлөшө бар, минеңсә. Тамағың туҡ булһа, эшкә дәрт тә арта бит. Был йәһәттән МТС эшсәндәре ҡәнәғәт. Механизаторҙар әйтеүенсә, уларҙы көнөнә ике тапҡыр, станда ятып эшләгәндәрҙе тәүлек әйләнәһенә тәмле аш менән һыйлайҙар. Ашнаҡсылар Хәсинә Махийәнова менән Йәнифә Мәхмүтованы маҡтап бөтә алмайҙар улар. Баҫыуҙа эш өҫтөндә булған игенселәргә Йәғәфәр Ильясов әҙер ашты йылы көйөнсә генә алып барыу хәстәрлеген күрә. Станда ҡарауылсы булған Мансур Хәсәнов, Владимир Греб, Ғиззәт Бәхтийәров ашнаҡсыларға ярҙам итергә лә өлгөрәләр, эшсәндәргә йыуыныу өсөн һыуҙы йылытып ҡуйыуға ла йыбанмай улар.
— Аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителеш яҡшы. Булған ризыҡтан төрлөләндереп әҙерләүе бер ҙә ҡыйын түгел, — ти ашнаҡсылар.
Һәр кем үҙ эшен белеп, яуаплылыҡ тойоп эшләгәнгә лә предприятиеның эштәре уң бара.