«Аграрий» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Ҡырҙас һөтсөлөк фермаһы малсылары мул һөт етештереү осорон тулы ҡеүәтенә файҙаланыу маҡсатында тырышып эшләй.
— 25 майҙа күскәйнек йәйләүгә. Бөгөн бында 140 баш һауын һыйыр, шуның 120-һе һауыла. Ике айға тиклем 25, ике айҙан ҙурыраҡ 20 баш быҙау аҫырала, 53 баш башмаҡ бар. Коллективта элек-электән эшләгән тырыш малсылар йыйылған, шуға ла эштәребеҙ уң бара, — тип башланы һөйләшеүҙе мөдире Ғамир Ғәлләмов. — Һуңғы яуып үткән ямғырҙарҙан һыуға сарсаған урман-ҡырҙар еңел тын алып ҡалды, һарғайған үләндәр ҡайтанан күтәрелде. Был, әлбиттә, малдарҙың продуктлылығында ла туранан-тура сағылды.
Ферма етәксеһе әйтеүенсә, көн һайын иртәле-кисле Мәләүез һөт заводына 500 центнер продукция оҙатыла. Бөгөн һыйырҙарҙы нигеҙҙә ике һауынсы хеҙмәтләндерә. Оҙаҡ йылдар малсылыҡта эшләгән машина менән һауыу операторҙары Фәйез Шәйәхмәтов менән Земфира Латипова — үҙ эшенең оҫталары. Көнөнә ике тапҡыр 60-70-әр һыйыр һауыуҙың, үҙҙәре әйткәнсә, улар өсөн бер ҡыйынлығы ла юҡ.
— Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә һәм ул насар түгел. Эш шарттары яҡшы. Хатта йәйләүҙә лә биҙрәләп һөт күтәреп йөрөмәйбеҙ, бөтә нәмә автоматлаштырылған. Һауылған продукция һөтүткәргес буйлап шунда уҡ һөт һыуытҡысҡа оҙатыла. Компьютер күпме һөт һауғаныбыҙҙы шунда уҡ иҫәпләп күрһәтеп тә бара. Бөтә уңайлыҡтар булдырылған: һыуыҡ ҡына түгел, йылы һыу ҙа бар, — ти һауынсылар.
Быйыл һауын көтөүе 21 тана менән тулыланған, үҙҙәрендә үҫтерелгән йәш малдарҙы һауынсылар үҙҙәре өйрәтеп алған. Продукция етештереүҙең бермә-бер артыуында төп көтөүгә йәш малдарҙың индерелеүе лә, һис шикһеҙ, үҙен һиҙҙертә. Продукцияның сифаты, иҫәбе өсөн лаборант Гөлнара Ғәлләмова яуаплы.
Ялға сыҡҡанда төп һауынсыларҙы Хәтижә Хөснөтдинова, Дилүзә Дәүләткирәйева алмаштыра. Оҙаҡ йылдар һауынсы булып эшләп, былтыр хаҡлы ялға киткән Зөлфирә Моратшина ла кәрәк саҡта шунда уҡ ярҙамға килергә әҙер.
Яңы тыуған быҙауҙар ике айға еткәнсе Гөлсирә Баймөхәмәтова ҡарамағында. Малҡайҙарҙы бәләкәй балалай күреп тәрбиәләгәнгә лә быҙауҙары теремек кенә. Был төркөмдәге быҙауҙарға яңы һауылған һөткә ҡушып, бутҡа ла бешереп ашаталар. Илдар Шәрипов төркөмөндәге ике айҙан үткән быҙауҙарға ҡуйы һөттө алмаштырғыс эсереп, шулай уҡ бутҡа бирелә, улар йәшел үләндә көтөлә. Юнир Игашурин менән Морат Нияҙғолов үҙҙәренең ҡарамағындағы башмаҡтарҙы ла өҫтәп ашаталар.
Һыйырҙың һөтө — телендә тигәндәй, һыйырҙарҙы ла өҫтәп ашатыу ойошторолған, һауын малдарының рационында көн һайын бер башҡа ике кило иҫәбенән тарттырылған һоло бар. Һыйыр малдарының тәрбиәле булыуында көтөүселәр Данил Хәмитов, Фәнүс Шакиров, Ғаян Сәғәҙәтов һәм Заһир Дәүләткирәевтарҙың хеҙмәте маҡтауға лайыҡ.
— «Аграрий» етәкселеге даими ярҙамынан өҙмәй. Шулай уҡ ышаныслы партнер булған «Мәләүез һөт-консерва комбинаты»ның Әбйәлил һөт заводы директоры С. Ғ. Сәғәҙиевҡа рәхмәтлебеҙ. Мәҫәлән, һөт һыуытҡыс сафтан сыҡҡайны, Сәләм Ғиниәт улы Мәләүездән беҙгә ваҡытлыса файҙаланыуға күсмә һөт һыуытҡыс алып килеүгә булышлыҡ итте, — ти Ғ. Ғәлләмов. — Әле үҙебеҙҙең һыуытҡысты йүнәтеү сараһын күрәбеҙ.
«Сананы йәй әҙерләргә кәрәк» тигән хәҡиҡәтте лә күҙ уңынан ысҡындырмай ҡырҙастар: ферманы ҡышҡылыҡҡа әҙерләү эштәрен дәррәү алып баралар. Фермала быҙау аҙбарындағы ситлектәр алмаштырылған, ҡура таҙартылған, ошо арала дезинфекция эштәре башҡарылһа, ағартырға ҡала. Һауын гурты торған ҡуралағы тиреҫ таҙартыу транспортерының эштән сыҡҡан узелдары алмаштырыла, һыйырҙарҙы бәйләгән сынйырҙар яңыртыла, урыны менән һыу торбалары йүнәтелә, ремонт талап иткән түшәмдәр, иҙәндәр һипләнә. Был эштәр Ғаяз Баҡыев менән Ғәлейән Таһировтың тырыш хеҙмәте менән үтәлгән һәм башҡарыла.
Ҡышлатыу осорона мал аҙығы ла хәстәрләнә. «Аграрий» хужалығында әҙерләнгән бесәндең тәүге тонналары Ҡырҙас фермаһының бесәнлегенә килтерелгән дә инде. Былтырҙан ҡалған һалам да хужаларса өйөп ҡуйылған. Ошо көндәрҙә сенаж һалыуға тотонасаҡтар.