Ағиҙел ҡалаһында, элекке АЭС урынында бойҙай терминалы эшләй башлаясаҡ. "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектына ярашлы ғәмәлгә ашырылған төҙөлөш быйыл тамамланырға тейеш. Ҡорамалдарҙы Төркиәнән килтерәсәктәр.
5-шәр мең тонна ауырлыҡты күтәреүгә һәләтле тәүге ике танкер 20 августа Ағиҙел портынан Мэрисель тип аталған Төркиә портына китәсәк, унда суднолар 14 көн эсендә барып етергә тейеш. Унан инде Башҡортостан бойҙайын Иранға оҙатасаҡтар. “Стапель” йәмғиәте директоры Михаил Кулаков Радий Хәбировҡа бойҙай һаҡлай торған биналар әҙер тине. Бойҙайҙы танкерға тултыра торған ҡорамалды ғына ҡуйырға ҡалған.
Михаил Кулаков белдереүенсә, бойҙайҙы һыу транспорты менән оҙатыу иҡтисади яҡтан бик отошло. Әгәр бында тимер юлы тармағын да ремонтлаһалар, майҙансыҡтың үҫеш мөмкинлектәре тағы артасаҡ.
“Стапель” йәмғиәте “Суднолар ремонтлаусы-суднолар төҙөүсе завод төҙөлөшө” өҫтөнлөклө инвестиция проектының башлаусыһы булып тора. Уның беренсе сиратында нефть ҡалдыҡтарын эшкәртеүсе цех төҙөләсәк. Планлаштырылған инвестиция күләме – 721 миллион һум.
– Был йүнәлеш республика өсөн яңы, суднолар төҙөүҙең беҙҙә булғаны юҡ әле. Ағиҙел ҡалаһы киләсәктә инвестициялар йәһәтенән ҙур мөмкинлектәргә эйә ҡалаға әйләнергә тейеш. Бында ер һәм буш торған майҙандар бик күп. Беҙ федераль үҙәк ярҙамы менән инфраструктураны үҫтереү һәм ремонтлауҙа ярҙам итәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.