+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
27 Июль 2019, 10:00

Милли проект буйынса 14-тән ашыу аграр фән-мәғариф үҙәге булдырыласаҡ

Рәсәйҙә “Фән” милли проекты сиктәрендә 14 фән-мәғариф үҙәге булдырыу планлаштырыла.

Бының өсөн бөтә шарттар – аграр вуздар, бизнестың һәм төбәк властарының ҡыҙыҡһыныуы бар, тип хәбәр итте Федерация Советында парламент тыңлауҙары барышында РФ Фән һәм юғары мәғариф министры урынбаҫары Алексей Медведев.

Бынан тыш, уның һүҙҙәренә ҡарағанда, 35 селектор үҙәге булдырыу ҙа планлаштырыла. Улар араһында селекцион-орлоҡ, селекцион-нәҫел үҙәктәре буласаҡ. Бындай үҙәктәргә талаптар – биоресурс коллекциялары һәм мәғариф программаларын тормошҡа ашырыу мөмкинлеге булыу.

“Фән” милли проектының айырым йүнәлеше – кәм тигәндә биш агробиотехнопарк булдырыу. Иҡтисади механизмдар һәм ойоштороу-хоҡуҡи форма әлбиттә билдәләнәсәк, тик бизнестың да, субъекттарҙың да бындай проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡыҙыҡһыныуы беҙҙең яҡтан ярҙам менән нығытылырға тейеш”, - тине министр урынбаҫары.
Читайте нас: