+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
31 Июль 2019, 12:47

Ейәнсурала ҡоролоҡтан ҡурҡмайҙар

Бөгөн 14 сәғәттә белгестәр мөғжизәле ҡоролманы презентациялаясаҡ.

Быйылғы йыл ҡоро килә тип бошонмайҙар Урал аръяғы районы — Ейәнсурала, сөнки бында өр-яңы заманса һыу һибеү ҡоролмаһы эшләй. Уның республикала аналогтары юҡ. Һыу һиптереүсе ҡоролмалар 250 гектарҙа ҡуйылған һәм «А7 Агро» яңы малсылыҡ комплексы биләмәһен тулыһынса ала. Баҫыуҙарҙы сифатлы дымландырыу йәшел массаны ике тапҡыр сабып алырға мөмкинлек бирәсәк. Бөгөн 14 сәғәттә белгестәр мөғжизәле ҡоролманы презентациялаясаҡ. Сарала РФ Ауыл хужалығы министрлығы вәкиле Валерий Жуковтың ҡатнашыуы көтөлә.
Читайте нас: