+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
2 Август 2019, 11:28

Етмеш төрлө һөнәр эйәһе

«Күсем» хужалығының алдынғы эшсәне Наил Хәйбуллин ниндәй генә эшкә тотонмаһын, барыһын да булдыра торған кеше

Мәктәптән һуң, Таштимер һөнәр-селек училищеһында уҡып, ҡулына тракторсы-машинист һөнәренә эйә булыуы хаҡында документ алыу менән Наил тыуған колхозына эшкә килә. Шул көндән алып, бына теүәл утыҙ йыл инде, төрлө йылдарҙа төрлөсә аталһа ла, шул уҡ хужалыҡта ал-ял белмәй тир түгә ул.

Ҡыҙыу баҫыу эштәре тамамланыу менән өйҙә тик ятыуҙы өнәмәй тырыш механизатор. Йыл да ҡыш етһә фермаға эшкә сыға. Оҙаҡ йылдар малсы булып эшләп, ҙур тәжрибә туплаған Наилға хужалыҡ етәкселеге уҙған ҡышлатыу осоронда ферманы етәкләүҙе ышанып тапшырған. Мал ҡышлатыуҙағы на-мыҫлы тырыш хеҙмәте һабан туйында район хакимиәтенең Почет грамотаһы һәм аҡсалата сертификат менән бил-дәләнде.

Мал ҡышлатыуҙы уңышлы үткәреп, яҙғы баҫыу эштәре миҙгеле етеү менән Наил Иршат улы ҡайтанан техникаға ултыра һәм көҙгә тиклем баҫыу-ҡырҙарҙы иңләй. Үҙенең МТЗ-1221 тракторында ерҙе эшкәртеүҙә, сәсеүҙә йөрөй. Бесән мәле етһә, сабыуға төшә. Артабан ураҡ осоронда комбайн штурвалы артында күрәһең уны.

Беҙ хужалыҡта булған көндө, Н. Хәйбуллинды машина-трактор паркында тап иттек.

— Бесән сабыуҙа йөрөй инем. Тракторымдың валы сафтан сыҡты, хәҙер килтерергә тейештәр. Ваҡытты буш үткәреп булмай бит: комбайндың ҡайһы бер узелдары йүнәтеү талап итә, шуға иретеп-йәбештереү менән булышам, — ти уҙаман.

Эйе, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, бөтә эш ҡулынан килә икән.

Нәҡ ошондай егәрле, үҙ эшен намыҫлы башҡарған эшсәндәр хужалыҡтың төп көсөн тәшкил итә лә инде. Наил Иршат улының ауыл хужалығы өлкәһендә ысынлап та оҙайлы, фиҙаҡәр хеҙмәте Башҡортостандың юғары наградаһы — республиканың Почет грамотаһы менән билдәләнгән. Ауыл хужалығы министрлығының рәхмәт хаттары, маҡтау ҡағыҙҙары менән дә бүләкләнгән ул, һәр яуаплы кампания һөҙөмтәләре буйынса алған район кимәлендәге наградалары иҫәпһеҙ-һанһыҙ.

Наил Хәйбуллин ҡатыны өсөн тоғро ғүмер юлдашы булһа, балаларына ныҡлы терәк. Ҡатыны Зөһрә Фәнил ҡыҙы менән ике улға ғүмер биргәндәр. Өлкәне Нургиз атаһы юлынан китеп, тракторсы-машинист һөнәренә эйә булған. Әрмегә тиклем атаһы менән ураҡта, сәсеүҙә эшләгән. Ил алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтҡас, шиномонтажлау станцияларының береһенә слесарь булып урынлашҡан. Рамаҙан иһә быйыл 9-сы класты тамамлаған.

— Хужалыҡта коллективтың нигеҙен, Наил Иршат улы кеүек, дөйөм эш өсөн янып торған, эшкә әрһеҙ кешеләр тәшкил итә. Әлегә тотош хужалыҡ буйынса 300 тоннаға яҡын бесән әҙерләүебеҙ уларҙың тынғыһыҙ хеҙмәте һөҙөмтәһе. Был төр мал аҙығын мөмкин тиклем туплау дауам ителәсәк. Әле бына сенаж һалыуҙы ла башланыҡ, — ти хужалыҡ етәксеһе Әхәт Мортазин. — Сәсеүлектәрҙә үлән наҡыҫ булһа ла, бөтә көстө мөмкин тиклем мал аҙығы туплауға йүнәлтәсәкбеҙ.


Р. ДАУЫТОВА.


Читайте нас: