+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
13 Август 2019, 18:25

Роботтар “эшкә килгән”

Башҡортостандың вице-премьеры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы – республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов менән “Красная Башкирия” АХК-һы директоры Раил Фәхрисламов 800 баш һауын һыйыр һыйҙырышлы роботлаштырылған һөт-тауар фермаһын төҙөү хаҡында инвестиция килешеүе төҙөнөләр.

Быйыл Әбйәлилдә үткән Бөтә Рәсәй инвестицион һабантуйы сиктәрендә Башҡортостандың вице-премьеры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы – республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов менән “Красная Башкирия” АХК-һы директоры Раил Фәхрисламов 800 баш һауын һыйыр һыйҙырышлы роботлаштырылған һөт-тауар фермаһын төҙөү хаҡында инвестиция килешеүе төҙөнөләр. Был ферманы сафҡа индереү евростандарт талаптарына яуап биргәндәй юғары сифатлы продукция етештерергә мөмкинлек бирәсәк. Инвестициялар күләме 460 миллион һумдан ашып китә.
Һамар бүлексәһендә һалынған тент менән ябылған заманса ҡура бөгөн әҙер, әле бина эсендә оператор, ветеринарҙар,компрессорҙар, һөт танкеры урынлаштырыу өсөн бүлмәләр бүленә. Шулай уҡ роботтар “эшкә килгән”, уларҙы “РОБОТЕКС” фирмаһы вәкилдәре уларҙы монтажлау эштәрен алып бара.
— Бындай ҙур майҙанлы, тент менән ябылған ошондай роботлашгтырылған ферма Рәсәйҙә әлегә юҡ. Әле Голландиянан килтерлгән роботтарҙы монтажлау менән мәшғүлбеҙ. Был роботтарҙы артабан сервис хеҙмәтләндереүҙе лә беҙҙең фирма башҡарасаҡ, — тип һөйләй “РОБОТЕКС” фирмаһының сервис инженеры Руслан Әхмәтйәнов.
Әйтеүҙәренсә, ошо көндәрҙә был фермаға Даниянан һыйырҙар ҡайтарылсаҡ. Улар быҙаулағансы Озерный фермаһында тотоласаҡ һәм унан инде ошо яңы заманса ҡурааға индереләсәк. Киләсәктә ошонда уҡ тенте менән ябылған быҙ:аулатыу бүлексәһе һәм тағы бер һыйыр ҡураһы төҙөү планлаштырыла.
Читайте нас: