-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
13 Август 2019, 11:21

«Сәсеү батыры» исемен лайыҡлы йөрөтә

«Иҙел+» хужалығының алдынғы механизаторы И. У. Хилалов бар ғүмерен тыуған еренә, яратҡан эшенә арнаған кеше

Мәктәптән һуң Таштимерҙәге һө-нәрселек училищеһын тамамлаған Ихсан Хилалов ул саҡтағы Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге колхозға эшкә килә. Шул ваҡыттан инде өс тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, ул бөгөн булһа тракторҙа тыуған яғының баҫыу-ҡырҙарын иңләй. Айыуһаҙы ауылы ваҡытында төрлө хужалыҡтарға ҡараһа ла, механизатор һәр саҡ тыуған ерендә эшләүҙе өҫтөн күреп, намыҫлы хеҙмәт итеүен дауам итә.

Тыуған ауылында 10 йыл элек барлыҡҡа килгән «Иҙел+» хужалығы төҙөлгән көндән алып ошо йәмғиәттең алмаштырғыһыҙ механизаторы ул. Өйрәнгәнсә эшен намыҫлы, урын еренә еткереп үтәй бөгөн дә. Шуға ла И. Хилалов райондың алдынғы эшсәндәре исемлегенән төшөп ҡалғаны юҡ. Шуны ғына әйтеп үтеү ҙә быны иҫбатлай: быйылғы район һабантуйында яҙғы баҫыу эштәре осоронда юғары эшләнеш биргән Ихсан Усман улына «Сәсеү батыры» исеме бирелде, ул райондың Почет грамотаһы һәм аҡсалата сертификат менән бүләкләнде.

Бөгөн дә яуаплы участкала ең һыҙғанып эшләй тырыш механизатор: сабылған үләнде төктәргә өйөрөлтөп бара.

— Был эште белеп, оҫта башҡарыу мөһим, сөнки төктәрҙе мал аҙығы ихатаһына ташырға кәрәк, ул тейәгәндә, бушатҡанда бәйләнгән урындан ысҡынып, тағатылып тормаһын өсөн ышаныслы итеп бәйләү талап ителә, — тип маҡтай Ихсан Хилаловты хужалыҡ етәксеһе Рафаэль Өмөтҡужин.

Ауылдаштары Ихсан Усман улын баҫалҡы, ярҙамсыл кеше булараҡ ихтирам итәләр. Ҡатыны Нәйлә менән ике ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән улар.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА
Читайте нас: