+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
16 Август 2019, 11:50

Һамарҙарҙың хәлдәре шәп!

«Красная Башкирия» АХК-һы фермалары башҡа хужалыҡтарҙыҡынан күпкә айырыла.

«Красная Башкирия» АХК-һы фермалары башҡа хужалыҡтарҙыҡынан күпкә айырыла. Эш шарттарына килгәндә бында бөтә нәмә автоматлаштырылған, хеҙмәт хаҡы ла көнләшерлек. Бер һүҙ менән әйткәндә, рәхәтләнеп эшләйҙәр. Ошо көндәрҙә Һамар фермаһында булып, малсылар менән һөйләшеп, беҙ быға тағы бер тапҡыр инандыҡ.

— Продукция бар, малдар имен, шуға ла эштәребеҙ яҡшы бара, — тип ҡаршы алды беҙҙе ферма мөдире Р. Ғ. Сәфәрғәлина.

Бөгөн Һамар фермаһында 165 һыйыр аҫырала, шуларҙың 145-е һауыла.

— Бына әле генә тағы өс һыйырыбыҙ быҙауланы, тимәк, продукция күләме лә арта, — тип дауам итә Рәсимә Ғәле ҡыҙы.

Һамарҙар көн һайын 3762 килограмм һөт һауа, шуның 3300 килограмын һатыуға оҙата, бер һыйырға уртаса һауым 25,9 килограмм тәшкил итә. Һыйырҙарҙан мул продукция алыуҙа уларға аҙыҡ әҙерләп таратҡан тракторсылар Урал Истамғолов, Риф Ғәлиуллин һәм Василий Шубиндарҙың хеҙмәт өлөшө ҙур.

Мөдир иҫәпләүенсә, малдарҙың продуктлылығы уларҙы нисек ашатыуға бәйле. Шулай уҡ һауынсылар Евгения Колесникова, Светлана Сәфәрғәлина, Әлфиә Сафиуллина, Зилә Хисмәтова һәм Венера Вилданова ла юғары сифатлы һөттө мөмкин тиклем күберәк һауыу өсөн тырыша.

— Һауынсылар һауыу техникаһын күҙәтеп, һөттө юғары сорт менән оҙатыуға өлгәшһәк, эш хаҡына өҫтәмә түләм алабыҙ. Бөтә көсөн һалып, тырышып эшләгәндәрҙең хеҙмәт хаҡы 40 мең һумға барып етә. Ә беҙҙең һауынсылар ике көн эшләһә, ике көн ял иткәнен дә әйтеп үтергә кәрәк, — тип дауам итә Рәсимә апай. — Шуға ла илке-һалҡы, исем өсөн йөрөүселәр юҡ.

Һамар фермаһы быҙауҙар тәрбиәләү буйынса махсуслашҡан база булараҡ билдәле. Үҙҙәренекенә өҫтәп, Озерный, Покровка фермаһында тыуған быҙауҙарҙы ла ошонда үҫтерәләр. Һуңғы ике ферманан йыл башынан 269 баш быҙау килтерелгән.

— Фермаларҙа яңы тыуған быҙауҙарға 2-3 көн ыуыҙ һөт эсереп тоталар ҙа, артабан беҙгә ебәрәләр. Бында улар тәжрибәле малсылар Ласын Вилданов менән Альберт Сөләймәнов тәрбиәһенә эләгә. Ике айға тиклем бәләкәстәргә көнөнә 6 литр һөт эсерәбеҙ һәм сикләнмәгән күләмдә махсус аҙыҡ бирәбеҙ, — тип таныштыра йәш үрсемде тәрбиәләү нескәлектәре менән мөдир. — Тәүлеккә уртаса 800-900 грамм артым алабыҙ.

Быҙауҙар ике айҙа уртаса 90-100 килоға етә һәм артабан уларҙы икенсе быҙау аҙбарына күсерәләр, бөгөн бында 159 баш тора. Малҡайҙарға тейешле вакциналар тулыһынса эшләнгәс, йәғни улар 5-6 айлыҡ булғас, таналарын артабан һыйыр итеп үҫтереү өсөн — Покровкаға, үгеҙҙәрҙе Үҙәк бүлексәгә оҙаталар. Бында ла малсылыҡта өс тиҫтә йылдан ашыу тырыш, намыҫлы хеҙмәттәре менән билдәле Әхтәм Ғәбитов менән Михаил Пучков эшләй.

— Малдарҙың сәләмәтлегенә ҙур иғтибар бирелә. Йәш белгестәрҙең эшкә килеүе ҡыуаныслы. Фәнүр Иманғоловтың эшләүенә — бер йыл, Троицк академияһын тамамлаған Анна Лошкарева ошо көндәрҙә эш башланы, — тип ҡыуана малсылыҡҡа йәштәрҙең килеүенә мөдир.

Фермала тотороҡло үрсем алыныуында репродуктолог Лира Ҡорманғәлинаның хеҙмәт өлөшө ҙур, сөнки фермала тотошлайы менән яһалма ҡасырыу ысулы ҡулланыла.

Етештерелгән продукцияны һатып алыусыларға ваҡытында һөт ташыусы машина водителе Рөстәм Мөхәмәтдинов та дөйөм уңышҡа үҙ өлөшөн индерә.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
Читайте нас: