+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
20 Август 2019, 12:05

Оҫта һауынсыларҙың береһе

Мәктәпте тамамлау менән Фәйез Шәйәхмәтов тыуған ауылы Әхмәттә эшләп килгән һөтсөлөк фермаһына һауынсы булып бара.

Мәктәпте тамамлау менән Фәйез Шәйәхмәтов тыуған ауылы Әхмәттә эшләп килгән һөтсөлөк фермаһына һауынсы булып бара. Ул мәлдән 20 йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, ул бөгөн дә һайлаған һөнәренә тоғро ҡалған.

Заманалар еле ҡағылып, Әхмәттә ферма бөтөрөлгәс, икенсе эш эҙләмәй Ф. Шәйәхмәтов, Ҡырҙасҡа күсә һәм һауынсы булып эшләүен дауам итә.

Ҙур тәжрибәгә эйә Фәйез Шәйәхмәтов «Аграрий» хужалығы коллективында ғына түгел, тотош районда алдынғы, оҫта һауынсыларҙан һанала. Йыл да үткән машина менән һауыу операторҙары ярышында призлы урынһыҙ ҡалғаны юҡ, сөнки һәүкәштәрҙе һауыу нескәлектәрен яҡшы белә, ярышҡа алдан, төплө әҙерләнә, тәжрибәһе лә ҙур. Быйылғы конкурста ла һынатманы ул: оло йәштәге һауынсылар араһында теоретик белем буйынса яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, һауыу аппаратын ҡыҫҡа ваҡытта һүтеп-йыйып, һыйырҙан һөт һауып алыу талаптарын да теүәл үтәп, иң юғары балл йыйҙы һәм хаҡлы рәүештә еңеүсе тип билдәләнде.

Мал ҡышлатыу миҙгелендә өлгәшкән уңыштары өсөн район һабантуйында «Иң яҡшы малсы — 2019» исеменә лайыҡ булды һәм уға райондың Почет грамотаһы менән ҡиммәтле бүләк тапшырылды.

— Фәйез Фәйзрахман улы коллективта иң яуаплы, ышаныслы кеше. Ауыл хужалығында оҙаҡ йылдар көс түккән эшсе булараҡ бер эштән баш тартмай: кәрәк икән малдарҙы тәрбиәләшә, быҙауҙарҙы ҡарай. Кеше булмаһа, ферманы ҡарауылларға ла ҡала. Эш буйынса китергә кәрәк булһа, мине лә алмаштыра, — ти уның хаҡында Ҡырҙас фермаһы мөдире Ғамир Ғәлләмов.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
Читайте нас: