+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
30 Август 2019, 17:01

Күңел ҡушыуы буйынса һайлаған

Һөнәрҙе күңел ҡушыуы буйынса һайлағандар, ғәҙәттә, ғүмере буйы уға тоғро ҡалыусан. Әлмөхәмәт ветеринар участкаһы мөдире Хажиәхмәт Әсәҙуллинды ла ошондай кешеләр рәтенә индерергә була.

Һөнәрҙе күңел ҡушыуы буйынса һайлағандар, ғәҙәттә, ғүмере буйы уға тоғро ҡалыусан. Әлмөхәмәт ветеринар участкаһы мөдире Хажиәхмәт Әсәҙуллинды ла ошондай кешеләр рәтенә индерергә була.

Ишбулды ауылында тыуып үҫкән Хажиәхмәт Әсәҙуллин ауыл малайҙарына хас булғанса, ата-әсәһенә ярҙамлашып, бәләкәйҙән мал араһында үҫә.

— Бала саҡта эт-бесәй,ҡош-ҡорт, мал ҡазаланһа, яраларын майлап, бәйләп ҡуя инем. Мал менән булышыу оҡшағанғалыр инде, Хәлил мәктәбен тамамлау менән Троицк ҡалаһындағы зооветтехникумдың ветеринария бүлегенә уҡырға индем. Башҡа һөнәр алыу хаҡында уйламаным да, — ти ветеринария хеҙмәтендә 40 йылдан ашыу эшләүсе табип.

Техникумда өс йыл уҡып, диплом алғас, 1979 йылда Хәлил ауыл биләмәһенә ветеринар булып эшкә ҡайта. Күптән яратып йөрөгән Ҡалмаҡ ауылы ҡыҙы Миңһылыу менән ғаилә ҡоралар. Унан инде ил алдындағы бурысын үтәргә китә.

Ике йыл армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан йәш белгесте Әлмөхәмәт ауыл Советы ветучасткаһына эшкә ебәрәләр. Шул мәлдән алып алһыҙ-ялһыҙ ветеринария өлкәһендә хеҙмәт итә Хажиәхмәт ағай.

— Шәхси ихатала, фермер хужалыҡтарында аҫралған малдарға ветеринария хеҙмәте күрһәтәбеҙ, ғөмүмән, республиканың ветери-нария идаралығы планына ярашлы бар эштәрҙе башҡарабыҙ. Вакцинация яһайбыҙ, төрлө ауырыуҙарға тикшереү өсөн малдарҙан ҡан алабыҙ. Берәүҙең малы аҡһай, икенсеһенең күҙенә аҡ төшә, башҡа төрлө ауырыу-ҡазалар осрап тора. Һәр кемгә ярҙам итергә тейешбеҙ, шуға ла эштән бушаған юҡ, — тип яуап бирҙе эше тураһында һорашҡас Хажиәхмәт Сәләхйән улы.

Баҫалҡы, вазифауи бурыстарын үтәүгә яуаплы, намыҫлы ҡараған ветеринарҙы халыҡ ихтирам итә, тәжрибәле белгес хеҙмәттәштәре араһында ла ҙур абруй ҡаҙанған. Х. С. Әсәҙуллиндың халыҡ мәнфәғәтендә оҙайлы, тырыш хеҙмәте райондың ғына түгел, Рәсәй һәм Башҡортостан Ветеринария идаралыҡтарының почет грамоталары, рәхмәт хаттары менән билдәләнгән.

Өлгөлө ғаилә башлығы ҡатыны менән ике улға ғүмер биргәндәр. Миңһылыу Кәлимулла ҡыҙы ла оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһында, ҡаҙанлыҡта оператор булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Бөгөн ирле-ҡатынлы Әсәҙуллиндар күптәргә үрнәк булып матур донъя көтәләр, ейән-ейәнсәрҙәренең һөйөнөстәрен уртаҡлашып йәшәйҙәр.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
Читайте нас: