Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
6 Сентябрь 2019, 11:50

Дания һыйырҙары — Әбйәлилдә

Билдәле булыуынса, Һамар ауылында роботлаштырылған ферма сафҡа инә.

Билдәле булыуынса, Һамар ауылында роботлаштырылған ферма сафҡа инә. Был шаршамбыла хужалыҡҡа Даниянан роботтар һауасаҡ таналарҙың тәүге партияһы ҡайтарылды. Сит илдән килтерелгән малдар «Красная Башкирия» хужалығының Озерный фермаһында ошо арала замансаға үҙгәртелеп ҡоролған ике ҡураһына урынлаштырылды. Һамарҙағы роботлаштырылған ферма сафҡа инеү менән ҡара-ала тоҡомло таналар шунда күсереләсәк.

Махсус мал ташыған ике яруслы һигеҙ фурала 265 баш таҙа голштин тоҡомло таналар килтерелде. Водителдәр әйтеүенсә, биш тәүлек буйына килгәндәр.

— Европа буйлап килгәндә уларҙы көнөнә бер машинанан төшөрөп ял иттереп, ашатып алдыҡ, тик Рәсәйҙә бындай махсус урындар булмағанлыҡтан, бер урында ғына ашатырға мөмкин булды, — ти водителдәр. — Уның ҡарауы машиналарыбыҙҙа малға етерлек аҙыҡ, һыу запасы тупланған, күреүегеҙсә, бүлектәрҙә ашатыу, һыу эсереү яйланмалары бар.

— Даниянан һатып алынған был голштин тоҡомло таналар бөтә донъяла иң һөтлө һыйырҙар һанала, — ти сит илдән мал сығарыуҙа махсуслашҡан «Вайкс» компанияһы етәксеһе Дмитрий Гонгадзе. — Малдар Данияла бер ай карантинда торғандан һуң сығарылды.

Сит илдән ҡайтарылған малдарҙы ветеринарҙар ҡаты контролдән үткәрә, бөтә документтарҙы ентекләп тикшерә. Улар әйтеүенсә, был таналар шулай уҡ урында бер ай карантинда торасаҡ, һәр яҡлап төплө тикшереләсәк.

Хужалыҡтың зоотехнигы Әлиә Ҡужина, Данияға шәхсән барып, малдарҙы белгестәр ярҙамында һайлаған.

— 34 фермерҙа булдыҡ. Малдарҙы ҡәтғи талаптар буйынса һайланыҡ, төп иғтибар, әлбиттә, генетикаға бирелде, шулай уҡ таналарҙың елене, кәүҙәһе, аяҡтары, атлап йөрөшө лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Биш айҙан да ҙурыраҡ быуаҙ булмауы ла төп шарт ине... — ти белгес. — Өҫтәп мал һайлап алыу маҡсатында 8 сентябрҙә тағы ла ошо илгә йыйынам.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
Читайте нас в