+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
13 Сентябрь 2019, 16:12

Көҙгө миҙгелдең һәр минуты ҡәҙерле

Ҡатмарлы һауа шарттары ураҡ барышына үҙ төҙәтмәләрен индермәй ҡалмай.

Ҡатмарлы һауа шарттары ураҡ барышына үҙ төҙәтмәләрен индермәй ҡалмай. Шулай ҙа хужалыҡтар, фермерҙар ҙур көс менән үҫтерелгән уңышты әрәм-шәрәм итмәйенсә тулыһынса йыйып алыу өсөн бар көсөн һала.

— Ямғыр булмаһа ла, ысыҡ көслө төштө бөгөн. Шуға культураларҙы сабыуҙа, урыуҙа йөрөгән комбайн-тракторҙар баҫыуға һуңлап сыға, — тип ҡаршыланы беҙҙе «Башаҡ» йәмғиәте етәксеһе Ғ. М. Шәғәлиев.

Уның ҡарауы, бер кем дә өйҙә ятып сыҙамаған, бөтә механизаторҙар иртән үк машина-трактор ихатаһында мәж килә: кемдер техникаһын көйләй, икенселәр ваҡ ремонт талап ителгән механизм-узелдарҙы йүнәтә, өсөнсөләре иптәштәренә ярҙамлаша. Ураҡ мәленең һәр минуты ҡәҙерле шул. Тап шуға ла игенселәр һауа шарттары мөмкинлек биреү менән баҫыуға сығып, урып-һуғыу эштәрен тотҡарлыҡһыҙ алып барыу өсөн техникаларының торошон ҡат-ҡат тикшерә.

— Ураҡ эштәрен алып барып булмағас, төшкә тиклем сапҡыс элгән тракторҙар 50 гектарҙағы бесәнде саба. Йыл ауыл хужалығы өсөн насар булды, шуға мал аҙығы наҡыҫ, мөмкин булған бөтә ерҙе сабабыҙ һәм бар көс һаламға төшә инде, — тип дауам итә Ғаяз Мәжит улы. — Унан инде Алмас Таһиров МТЗ-1221 тракторында һәм Александар Ғәниев МТЗ-82-лә рапсҡа төшәсәк, ул беҙҙә 280 гектарҙы биләй. Бер аҙ ел һуҡҡас, комбайнсы Хәйҙәр Хызыров үҙенең «Акрос»ында етенде һуғыуын дауам итәсәк. 220 гектарҙа сәселгән был культураның төшөмө әлегә 9 центнерҙан килә.

Хужалыҡ етәксеһе әйтеүенсә, 280 гектар майҙанды биләгән һоло, 180 гектарҙа гәрсис уңышы тулыһынса йыйып алынған, ул төрлө ҡыйҙарҙан таҙартылып, келәттәргә һалынған. Арпаның 206 гектары йыйып алынған, тағы 60 гектар майҙанды урып-һуғырға ҡалған. Культура ярайһы уҡ мул уңыш менән ҡыуандырған, йыйып алынған майҙанда һәр гектар уртаса 20 центнер биргән. 500 гектарҙы биләгән бойҙай баҫыуҙарында алтын башаҡтар әле елгә тирбәлә, башҡа культуралар йыйып алынғас, уларға сират етәсәк.

— Арпаның быйылғы уңышынан 160 тоннаны Магнитогорск ҡалаһына, «Ситно» агрохолдингына 9 һум 50 тин менән һаттыҡ, арпа өсөн был насар хаҡ түгел, — тип иҫәпләй етәксе.

Ошоға тиклем һәр аяҙ сәғәтте файҙаланып урып-һуғылған уңыш ырҙын табағында. Шуға ла бында эштең туҡтағаны юҡ. Беҙ килгәндә ырҙын табағы эшселәре Ринат Истамбаев, Әшираф Килдейәров, Ҡадир Мөхәмәтдинов Әлмөхәмәт элеваторына оҙатыу өсөн һатыуға әҙер етенде КамАЗ автомобиленә тейәйҙәр ине.

— Баҫыуҙан килгән уңышты ЗАВ-20 һәм Петкус иген таҙартыу ҡоролмалары аша үткәрәбеҙ һәм келәттәргә һаҡлауға һалабыҙ, ҡайһы бер культураларҙы ЗАВ-тан тура машинаға тейәп, һатып алыусыға оҙатабыҙ, — ти игенселәр.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
Читайте нас: