+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
17 Сентябрь 2019, 11:15

Көҙгө уңыш ырҙын табаҡтарына оҙатыла

Көндәр аяҙып, йылыға тартыу менән «Аграрий» хужалығы игенселәре ураҡ эштәрен ҡыҙыулатты

Механизаторҙарҙың һәр аяҙ сәғәтте файҙаланып, көндө-төнгә ялғап эшләүҙәре үҙ һөҙөмтәләрен бирә, уңыш йыйыу эштәрен яртыһынан күбен теүәлләгәндәр ҙә инде. Улар иң алда борсаҡты һуғып алдылар, һәм үҙенең һатып алыусыһына оҙаттылар. Һоло баҫыуҙарының уңышы ла йыйып-һуғылған. Гәрсистең уңышы — ырҙын табағында.

— Арпаны ла һуғып бөттөк. Комбайндар бөгөн етен баҫыуына төшә. Тракторҙарына урғыс элгән механизаторҙар Павел Витушкин менән Айнур Фәритов бойҙайҙы саба башланы, — тип таныштыра хужалыҡта ураҡ барышы менән механик Р. Т. Әминев.

Йылдағыса «Аграрий»ҙың бөтә баҫыуҙарындағы уңыш дүрт «Нива» көсө менән йыйып алына. Комбайнсылар Варис Вәлиев, Шамил Хәйбуллин, Зәбир Йәһүҙин һәм Владимир Любимовтар үҙ-ара сәмләнеп, ярышып эшләй, шул уҡ ваҡытта берәйһенең техникаһы ватыла ҡалһа, шунда уҡ бергәләшеп йүнәтеп, көйләп алып, тағы кемуҙарҙан яҫмаларҙы йыйырға тотона.

— Яҙ сәсеүҙә, унан мал аҙығы әҙерләүҙә йөрөйбеҙ, ураҡ етһә, комбайн штурвалы артына ултырабыҙ. Һәр беребеҙгә икешәр техника беркетелгән. Ҡыҙыу эш осоро тамамланғас, уларҙы һаҡлауға ҡуябыҙ, йүнәтәбеҙ ҙә, — ти егеттәр.

Һуғылған уңышты комбайндарҙан ырҙын табағына Т-150 тракторында Юнир Йәһүҙин менән МТЗ-ла Владимир Любимов ташып өлгөртә. Водитель Кәрим Ҡасҡинбаевҡа үтә лә яуаплы эш йөкмәтелгән, ул үҙенең тағылмалы арбаһы ла булған КамАЗында ашлыҡты элеваторға ташый.

— Эштең иң ауыры ырҙын табағында эшләгән егеттәргә төшә, улар ашлыҡты ҡабул итәләр, таҙарталар, һатыуға тейәп оҙаталар, һаҡлауға һалалар, — беҙгә, көн торғанда ҡалған культураларҙы тиҙерәк һуғып, бураларға һалып ҡалырға кәрәк тип һәр кем үҙ техникаһына ашыҡты.

Ысынлап та, ырҙын табағы эшселәренең беҙҙең менән һөйләшеп торорға ла ваҡыттары булманы. Баҫыуҙан еүешерәк килгән арпа асыҡ майҙансыҡта тау булып ята. Кипкән өйөмдәрҙе Тимур Әминев менән Радик Ғайсин үҙйөрөшлө тейәгес ярҙамында ашлыҡты елләтеп, Азамат Юркевичтың ГАЗ-53 автомашинаһына тейәй, ә ул ЗАВ-ҡа алып барып ауҙара. Яңы уңыш һатыуға һәм һаҡлауға юғары сифатлы булырға тейеш, тип иҫәпләгән ырҙын табағы етәксеһе Роберт Фәтхуллин иген таҙартыу ҡоролмаһының эшен күҙ уңынан ысҡындырмай, ентекле күҙәтеү аҫтында тота.

Мал аҙығы быйыл наҡыҫ булғанлыҡтан, баҫыуҙарҙағы һаламды ла әрәм-шәрәм итеүгә юл ҡуймай тулыһынса йыйып алырға тырышалар аграрийҙар. Тәлғәт Ғәлимйәнов пресс-йыйғыс менән һаламды төргәккә уратып, Фәнзил Бикйәновтың МТЗ-һына тейәй, ә ул, үҙ сиратында, төктәрҙе Селивандағы һәм Ҡырҙастағы мал аҙығы ихаталарына алып барып өйә.

— Һауа шарттары беҙҙең пландарға үҙ төҙәтмәләрен индерҙе, әлбиттә, — ти «Аграрий» директоры Наил Әхтәмов. — 100 гектар иген культураларын, 100 гектарҙағы рапсты мал аҙығы итеп сабырға мәжбүр булдыҡ. Малдарға ҡышты имен-аман сығарыуға етерлек бесән тупланды. Уңыш күләме беҙ көткәнсә булмаһа ла, гектар ҡеүәте әллә ни насарҙан түгел. Беҙҙең бөгөнгө төп маҡсат — үҫтерелгәнде юғалтыуҙарға юл ҡуймайынса йыйып алыу.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
Читайте нас: