-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
20 Сентябрь 2019, 13:02

Үҙ көсөнә ышана Рәхмәтовтар

Тимербулат Нәбиулла улы ҡышҡылыҡҡа етерлек мал аҙығы туплау өсөн бесән әҙерләү һәм ураҡ осоронда ал-ял белмәй, ең һыҙғанып эшләй.

Тимербулат Рәхмәтов 2012 йылда фермерлыҡ эшенә тотоноп, һөтсөлөк йүнәлешен һайлай. Башлаған эшенә тоғро ҡалып, хужалығын ныҡлап аяҡҡа баҫтырыу һәм үҫтереү өҫтөндә бөгөн дә ныҡышмалы эш алып бара фермер. Һыйырҙарҙан мул продукция алыу өсөн уларҙы тейешенсә тәрбиәләү һәм ашатыу мотлаҡ. Шуға ла Тимербулат Нәбиулла улы ҡышҡылыҡҡа етерлек мал аҙығы туплау өсөн бесән әҙерләү һәм ураҡ осоронда ал-ял белмәй, ең һыҙғанып эшләй.

— Тәүге йылдарҙа ураҡ урыуға, бесән әҙерләүгә ситтән эшселәр яллай инем. Тик уларҙың эшенең тиҙлеге лә булманы, сифаты ла ҡәнәғәтләндермәне. Шуға бына өсөнсө йыл инде бөтә баҫыу эштәрен улым менән икәүләп башҡарабыҙ. Яҙ етһә, сәсәбеҙ, йәй етһә бесән әҙерләйбеҙ, өлгөрөү менән культураларҙың уңышын йыйып алабыҙ, — ти Тимербулат Нәбиулла улы. — Был эштәрҙе атҡарып сығырлыҡ техника бар, шөкөр: ике МТЗ тракторы, КамАЗ машинаһы, комбайн һәм башҡа агрегаттар етелек.

Өс балалы ғаиләлә иң ҙуры булған Арслан, һүҙҙең ысын мәғәнәһендә, атаһының уң ҡулы, төп ярҙамсыһы. Мәктәптә уҡығанда уҡ тракторсы танытмаһын алған Арслан бөгөн ниндәй генә техникаға ултырһа ла, уларҙы ышаныслы йөрөтә, ремонт талап ителһә, шунда уҡ йүнәтеп, көйләп тә ала.

Мәктәптән һуң Сибай институтының физик культура бүлеген тамамлаһа ла, атаһы менән бергә фермерлыҡ йөгөн тартыуҙы өҫтөн күрә. Ҡыш көндәре фермала малдарҙы тәрбиәләүҙә төп көс булһа, яҙ етеү менән тракторға ултыра. Әйткәндәй, уҙған ҡышлатыу осоронда иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән малсы булараҡ, Арслан Рәхмәтов район һабантуйында һөнәре буйынса иң яҡшы тип табылып, дипломға һәм ҡиммәтле бүләккә лайыҡ булды.

Бөгөн Арслан Тимербулат улы бакуйҙарға һалынған күстерәне йыйып, төктәргә урау менән мәшғүл.

— Яуып үткән ямғырҙарҙан һуң бер аҙ күтәрелгән урындарҙы сабып, йыябыҙ. Бынан һуң уңышы йыйып алынған баҫыуҙарҙа һаламды төргәктәргә урауға төшәм. Баҫыуҙар ферманан алыҫ урынлашҡанлыҡтан, мал аҙығын килтереүгә сығымдар күп китә. Шулай ҙа бесән, һаламһыҙ ҙа булмай бит, — ти Арслан. — Һутлы аҙыҡ әҙерләү менән булышмайбыҙ, сөнки ул әсемәһен өсөн махсус шарттарҙа һаҡланырға тейеш. Бына бер нисә йыл инде сенажды «Красная Башкирия» АХК-һы менән килешеү нигеҙендә ташып ашатабыҙ. Уларҙа әҙерләнгән был төр мал аҙығы юғары сифатлы.

Фермер үҙе иһә урғыс тағылған тракторы менән бойҙайҙы яҫмаларға һала ине.

— Һоло менән арпаның уңышын йыйып алдыҡ. Сират бойҙайға етте. Йыл ауыл хужалығы өсөн әллә ни уңышлы килмәһә лә, гектар ҡеүәте яҡшы ғына, — ти фермер туҡ башаҡлы бойҙайға һоҡланып. — Ни тиһәң дә, ваҡытында химик эшкәртеү, үҫемлектәрҙе өҫтәп туҡландырыу үҙ һөҙөмтәһен бирә шул.

Фермерҙың 345 гектар ере бар, унда арпа, бойҙай, һоло үҫтерә, киләһе йыл уңышына етерлек орлоҡ әҙерләп, фуражға ҡалдырғандан артҡанын һатып та ебәрә. 200 гектар майҙанды биләгән күстерә менән эспарцетты бесәнгә саба.

Тимербулат Нәбиулла улы «Ғаилә малсылыҡ фермаһы» программаһы сиктәрендә хөкүмәттән ярҙам алған.

Хужалығын артабан үҫтереү маҡсатында бирелгән аҡсаға ул әле аҫыралған ҡара-ала тоҡомло һыйырҙар көтөүен таналар менән тулыландырмаҡсы. Тимәк, быйылғы ҡышҡа мал аҙығы запасын да мулыраҡ туплау мотлаҡ. Шуға ла Рәхмәтовтар үҫтерелгән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алып, бураларға һалыу өсөн тырышып эшләй.

Р. ДАУЫТОВА.
Читайте нас: