Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
24 Сентябрь 2019, 16:51

Игенсе уның булмышы

«Аграрий» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең алдынғы механизаторҙарының береһе Юнир Йәһүҙин.

«Аграрий» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең алдынғы механизаторҙарының береһе Юнир Йәһүҙиндың биографияһы башҡа тракторсыларҙыҡынан бер нисек тә айырылмай тиерлек. Буранғол урта мәктәбен тамамлағандан һуң ул, Таштимерҙәге һөнәрселек училищеһында уҡып, киң профилле тракторсы-машинист танытмаһы ала. Унан инде һәр егет өсөн изге булған бурысын үтәп, әрме сафтарында хеҙмәт итеп ҡайта. Магнитогорск металлургия комбинатында бер аҙ эшләп алғандан һуң, тыуған ауылына ҡайтып, ағас эше менән булыша. Шулай ҙа ерҙә эшләү, иген үҫтереү хыялы тынғы бирмәй уға.

Шулай итеп Юнир Фәрит улы «Аграрий» хужалығына эшкә килә. Үҙенең ҡеүәтле Т-150 тракторында яҙғы баҫыу эштәре осоро етеү менән тупраҡ эшкәртеүгә сыға, унан культураларҙы сәсеүҙә ҡатнаша, артабан мал аҙығы культураларын әҙерләүҙә лә һынатмай, ураҡ мәлендә комбайндарҙан ырҙын табағына ашлыҡ ташый.

Баҫыу эштәре тамамланыу менән киләһе миҙгелдә лә техникаһы сафта булһын өсөн тракторын йүнәтеүгә, көйләүгә тотона.

Тырыш, уңған механизатор Юнир Фирғәт улының намыҫлы хеҙмәте райондың бихисап маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Ә быйыл Ю. Ф. Йәһүҙин агросәнәғәт комплексында оҙайлы йылдар намыҫлы хеҙмәт иткән өсөн Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән наградланды.

— Нәҡ Юнир Йәһүҙин кеүек эшен урын-еренә еткереп, яуаплы башҡарған, дөйөм эш өсөн янып торған эшсәндәр коллективтың төп көсөн тәшкил итә лә инде. Уларҙың намыҫлы хеҙмәте менән предприятиеның иҡтисады нығына, артабан үҫешә, — ти «Аграрий» хужалығы етәксеһе Наил Әхтәмов.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
Читайте нас в