+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
9 Октябрь 2019, 12:57

Республикала тритикаленан икмәк етештерелә башланы

Нефть университетында тритикале нигеҙендә ҡамыр әҙерләүҙең яҡшыртылған технологияһы уйлап сығарылған.

Бойҙай һәм арыш гибридын тәшкил иткән культура беҙҙең илдә совет осоронда ғәҙелһеҙ рәүештә «онотолоп» торорға мәжбүр булһа, Европала тритикале оно бик күп файҙалы үҙенсәлектәре өсөн спортсылар туҡланыуыны продукттарында ҡулланыла.
Өфө ойошмаларының береһе был культуранан икмәк бешерә башланы. Нефть университетында тритикале нигеҙендә ҡамыр әҙерләүҙең яҡшыртылған технологияһы уйлап сығарылған. Рецептың төп үҙенсәлеге – ҡамыр сүпрәһеҙ, ҡомалаҡ йәки сәй бәшмәге ярҙамында әсетелә. Бындай икмәктең хатта диеталағы кешеләргә лә зыяны юҡ.
Читайте нас: