+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
14 Октябрь 2019, 10:49

"Һанлы технология яңылыҡ түгел"

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы уҙған "Алтын көҙ-2019" Бөтә Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә "Ауыл хужалығы өсөн һанлы платформа" тигән темаға һөйләшеү ойошторолдо.

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы уҙған "Алтын көҙ-2019" Бөтә Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә "Ауыл хужалығы өсөн һанлы платформа" тигән темаға һөйләшеү ойошторолдо.


Унда Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының бүлек етәксеһе Юлия Путятинская Башҡортостандың тәжрибәһе хаҡында һөйләне.


Белгес әйтеүенсә, һанлы технология беҙҙең төбәк өсөн яңылыҡ түгел. Эре һәм урта предприятиеларҙың 60 проценты тирәһе теге йәки был кимәлдә һанлы технологияны ҡуллана.


2018 йылда республикала малдар идентификацияланды. Бөгөнгә һыйыр малының – 100, сусҡаларҙың – 89, аттарҙың 86 проценты идентификацияланған. Умарталарҙы маркировкалау башланған һәм әлегә 6 мең күс иҫәпкә алынған. Малсылыҡта "Һанлы көтөү" системаһы әүҙем тормошҡа ашырыла.


Билдәле булыуынса, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты үҙ эсенә биш федераль проектты ала: “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау”, “Халыҡ-ара сауҙа логистикаһы”, “Хеҙмәтләндереү экспорты”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспортты үҫтереүҙең системалы саралары”.


Республика Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.
Читайте нас: