+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
15 Октябрь 2019, 11:48

Ашлыҡ ташыуҙа уға тиңдәр юҡ

Игенселәрҙең ҙур хеҙмәт түгеп үҫтергән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыуы ураҡ эштәрендә ҡатнашҡан һәр кемдең үҙ бурысын намыҫлы башҡарыуына туранан-тура бәйле.

Игенселәрҙең ҙур хеҙмәт түгеп үҫтергән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыуы ураҡ эштәрендә ҡатнашҡан һәр кемдең үҙ бурысын намыҫлы башҡарыуына туранан-тура бәйле.

Комбайндар һуҡҡан ашлыҡты бөртөгөн дә әрәм-шәрәм итмәй баҫыуҙан ырҙын табаҡтарына, унда киптерелгән һәм таҙартылған игенде һатып алыусыға алып барып еткереү ҙә мөһим эш. Ошо яуаплылыҡты тулыһынса аңлап эш итә лә инде «Аграрий» йәмғиәте водителе К. Ш. Ҡасҡынбаев. Ураҡ башланыу менән, баҫыуҙа комбайндар әле генә һуҡҡан яңы уңышты ырҙын табағына ташый ул. Ә инде ураҡ ҡыҙа төшкәс, тағылмалы КамАЗ водителе Кәрим Шамил улына ырҙын табағы эшсәндәре таҙартҡан ашлыҡты һатып алыусыға алып барыу эше ышанып тапшырыла. Тәжрибәле водителде беҙ элеваторға ашлыҡ тейәп сыҡҡан мәлендә тап иттек тә инде. «Тәғәйен урынға ваҡытында барып етеү — беренсел талап», — тип Кәрим Ҡасҡынбаев машинаһына ултырып ҡуҙғалып та китте.

К. Ҡасҡынбаев мәктәпте тамамлағандан һуң, Магнитогорск ҡалаһы һөнәрселек училищеларының береһендә водитель һөнәренә уҡый һәм шул ваҡыттан алып руль артында тиергә була. Күпме саҡрым юлдар үтелгән был осор эсендә, күпме йөк ташылған — быны бөгөн бер кем дә аныҡ ҡына әйтә алмаҫ, моғайын.

Хеҙмәт юлын ул заманында ҡеүәтле предприятиеларҙың береһе булған «Сельхозтехника»ла башлай. «Сельхозхимия»ла ла егерме йылдан ашыу хеҙмәт стажы бар. Үҙгәртеп ҡороу шауҡымы ҡағылып, был предприятиелар ябылғас, юл төҙөлөшөндә лә эшләй ул.

Һуңғы йылдарҙа иһә ауыл хужалығы йөктәре ташый, йәғни «Аграрий» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә көс түгә. Яҙғы баҫыу эштәрендә ағыулау препараттары, орлоҡ, минераль ашламалар ташыу менән мәшғүл булһа, мал аҙығы әҙерләү мәле етһә, бесән, сенаж ташыуҙа уға тиңләшеүселәр юҡ. Ә урып-йыйыу осоронда «Аграрий» хужалығы игенселәре үҫтергән ашлыҡты тейәгән Кәрим Ҡасҡынбаевтың КамАЗ-ының бер буш торғанын күрмәҫһең.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас: