Өфөлә үткән Форумда Әбйәлил делегацияһы составында район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Линиза Сәғәҙиева, шәхси эшҡыуар Мәҙинә Ибраһимова, крәҫтиән-фермер хужалығы етәкселәре Лилиә Мөхитдинова һәм С. А. Грудцина ҡатнашты.
Төрлө тармаҡтарҙа уңышлы эшләп йөрөгән эшҡыуарҙар алдында БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Р. И. Солтанова, ауыл хужалығы министры урынбаҫары Л. Р. Дәүләтова һәм башҡалар сығыш яһаны.
Лилиә Мөхитдинова үҙенең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙ етештереү тармағында эш алымдары, уңыш серҙәрен бәйән итте.
Форум ауыл ерендә ғаилә фермаларын, кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү маҡсатлы була, тип йомғаҡланды. Был, үҙ сиратында, экологик яҡтан таҙа, сифатлы продукция алыуға, ауыл кешеләренә эш урындары булдырыуға булышлыҡ итәсәк. "Башҡортостан Республикаһы ҡатын-ҡыҙҙарының аграр союзы" булдырырға ҡарар сығарылды, уның составына Л. Мөхитдинова ла һайланды.