+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
25 Октябрь 2019, 16:20

Әбйәлил Башҡортостан Хөкүмәте дипломына лайыҡ

Бөгөн Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәтсәндәре көнөнә арналған саралар үтә.

Бөгөн Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәтсәндәре көнөнә арналған саралар үтә.

Тантанала Әбйәлилдән район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡов етәкселегендәге делегация ҡатнаша. Делегация составында район башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Ғәлим Солтанов, ағымдағы йылда ҡырсылыҡта, малсылыҡта ярайһы уҡ уңыштарға өлгәшкән хужалыҡтар етәкселәре Ғаяз Шәғәлиев («Башаҡ» ЯСЙ-һы), Әхәт Мортазин («Кусимов» ЯСЙ-һы), Наил Әхтәмов («Аграрий» ЯСЙ-һы), Раил Фәхрисламов («Красная Башкирия» АХК-һы) һәм райондың алдынғы комбайнеры Хәйҙәр Хызыров («Башаҡ») менән «Красная Башкирия» хужалығының үҙәк бүлексәһе фермаһы мөдире Сергей Копытов һәм башҡалар бар.

Байрам уңайынан быйылғы ураҡта юғары эшләнеш биргән ун ауыл хужалығы эшсәненә йола буйынса Chevrolet Niva автомобилдәре тапшырыла. Бүләкләнеүселәр араһында райондың данлыҡлы комбайнеры Хәйҙәр Хисаметдин улының да булыуы ҡыуаныслы.

Бар ғүмерен малсылыҡта эшләүгә арнаған, малдарҙы һимертеүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән коллектив етәксеһе Сергей Васильевич «Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды.

Йылдың ҡоро һәм ауыр килеүенә ҡарамаҫтан, Әбйәлил игенселәре иген культураларынан 56,2 мең тонна уңыш йыйып алды. Гектар ҡеүәте 13,4 центнер тәшкил итте.

Туғыҙ айҙа районда 44,5 мең тонна һөт һауылды. Ете мең тоннанан ашыу ит етештерелде, тәүлеккә артым уртаса 723 грамға етте.

2019 — 2020 йылдың ҡышлатыу осорона шартлы бер баш малға 23,5 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнде.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән ауыл хужалығы продукцияһы етештереүсе муниципаль райондар араһында юғары етештереү күрһәткестәренә өлгәшкән Әбйәлил районы Урал аръяғы һәм урман-тау төбәге буйынса иң яҡшы тип билдәләнде һәм Башҡортостан Хөкүмәтенең дипломына лайыҡ булды.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
Читайте нас: