+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
29 Октябрь 2019, 11:56

Ергә ереккән хеҙмәт батырҙары байрамы

Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренең һөнәри байрамына арналған тантаналы сара «Березки» ял йортонда үтте.

Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренең һөнәри байрамына арналған тантаналы сара «Березки» ял йортонда үтте. Байрамға район карауайына тос өлөш индергән хужалыҡтар етәкселәре, белгестәр, фермерҙар, ураҡ, мал аҙығы әҙерләү алдынғылары, йәйге осорҙа мул һөт һауып алған һауынсылар, малсылар, хеҙмәтләндереүсе предприятие-ойошмалар хеҙмәткәрҙәре саҡырылды.

Әбйәлил уңғандарын ҡотларға район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡов, республиканың ветеринария идаралығы начальнигы урынбаҫары Р. Б. Шаһимөхәмәтов, БР Ауыл хужалығы министрлығының ҡырсылыҡ һәм мал аҙығы әҙерләү бүлеге етәксеһе урынбаҫары Р. Р. Әхмәтшин, «Урал аръяғы Агро» МТС-ы директоры урынбаҫары Р. М. Мусин, Мәләүез һөт-консерва комбинаты директоры урынбаҫары Д. Д. Исхаҡов, «Российское молоко» компаниялар төркөмө» АЙ-һы директоры

И. А. Вильгаук, «Реса» компаниялар төркөмө» АЙ-һы директоры А. В. Лонский, «Коммунальник» ЯСЙ-һы директоры Д. Ә. Аллаяров, «Әбйәлил һөт заводы» директоры С. Ғ. Сәғәҙиев, райондың почетлы гражданы В. П. Павлюкович һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар килгәйне.

— Район иҡтисадының төп тармағы булған ауыл хужалығы нәҡ һеҙҙең ныҡышмалы хеҙмәтегеҙ һәм тыуған ергә һөйөүегеҙ, тоғро ҡалыуығыҙ һөҙөмтәһендә үҫешә, — тип башланы үҙенең ҡотлау телмәрен Илдар Таһир улы һәм райондың туғыҙ айҙағы эш һөҙөмтәләренә байҡау яһаны.

Быйыл район игенселәре 71 мең тонна иген йыйып алған, 44,05 мең тонна һөт етештергән, ете мең тоннаға яҡын ит һатҡан.

Был һөҙөмтәләрҙә «Красная Башкирия» АХК-һы, «Башаҡ», «Аграрий», «Әбйәлил сорт участкаһы», «Завет», «Күсем» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренең, «Урал аръяғы Агро» МТС-ының Әбйәлил филиалы һәм В. П. Серпков, Р. Р. Юлдыбаев, С. С. Старцев, В. Т. Ниғмәтуллин, У. Н. Юлдыбаевтарҙың фермер хужалыҡтары коллективтарының өлөшө ҙур булыуын айырыуса билдәләп үтте район башлығы. Етәкселәрҙең һәм белгестәрҙең эште оҫта ойоштороуы, механизаторҙарҙың намыҫлы хеҙмәте һөҙөмтәһендә яҙғы сәсеү эштәре билдәләнгән агротехник ваҡытта һәм юғары сифат менән атҡарылған.

Район буйынса иген культураларының уртаса уңышы гектарынан 14,5 центнер тәшкил иткән.

— Был насар һөҙөмтә түгел, сөнки район аграрийҙары быйыл ниндәй шарттарҙа эшләүен барыбыҙ ҙа яҡшы белә. Район игенселәре киләһе йыл уңышын хәстәрләп, 10300 тонна иген һәм ҡуҙаҡлылар орлоғо һалыуы ҡыуаныслы, — тип дауам итте И. Т. Нафиҡов.

«Ниндәй генә алдынғы технологиялар ҡулланылмаһын, кешеләрҙең сифатлы, намыҫлы эше беренсе урында», — тип, баҫыу-ҡырҙарҙа фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө күрһәткән ялан батырҙарын атап үтте район башлығы.

Иген һәм мал аҙығы культураларын сабыуҙа Мөхәмәт Ахунов («Красная Башкирия»), Александр Ғәниев («Башаҡ»), Ирәмән Уйылданов («Урал аръяғы Агро» МТС-ының Әбйәлил филиалы) яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән.

Иген культураларын урып-йыйыуҙа Хәйҙәр Хызыров («Башаҡ»), Хәлит Төхвәтуллин («Красная Башкирия»), Варис Вәлиев («Аграрий») ал бирмәгән.

Иген ташыуҙа ал-ял белмәгән водителдәр Шамил Нәбиуллин («Әбйәлил сорт участкаһы»), Зиннәт Абдрахмановтың («Башаҡ») юғары етештереүсәнле хеҙмәте маҡтауға лайыҡ.

Район етәкселеге малсылыҡ тармағын да иғтибар үҙәгенән ысҡындырмай. Бөгөн районда 33,7 мең баш һыйыр малы иҫәпләнә, шуларҙың 14,5 меңе — һыйырҙар. 42 меңдән ашыу кәзә-һарыҡ бар.

Ҙур инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу дауам итә: «Красная Башкирия» хужалығының Һамар бүлексәһендә роботлаштырылған ферма төҙөлә. Әлегә 240 миллион һум үҙләштерелгән. Бөгөн голштин тоҡомло 401 баш һыйыр Даниянан килтерелгән дә инде.

Әбйәлилдә йөҙҙән ашыу фермер хужалығы бар. райондың ауыл хужалығы продукцияһының 15,6 проценты улар өлөшөнә тура килә.

Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереүгә райондан ете КФХ 45,6 миллион һум суммаға ярҙам алған, яңы эш башлаған 21 фермерға 36,8 миллион һум күләмендә ярҙам күрһәтелгән. «Табыш килтереүсе проекттар» сиктәрендә ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереү программаһы буйынса райондан 7 кооператив өсәр миллион һум грант алған. Быйыл «Агростартап» төбәк проекты буйынса өс КФХ-ға ауыл кооперацияһын үҫтереүгә аҡса бирелгән.

Ғөмүмән, федераль һәм республика бюджетынан ауыл хужалығына ҙур ярҙам күрһәтелә. Маҡсатлы программаларҙы тормошҡа ашырыу, тоҡомло малсылыҡты үҫтереү, элиталы орлоҡсолоҡҡа, яңы ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға аҡса бүленә. Ағымдағы йылда был маҡсатта бөтәһе 110 миллион һумға яҡын аҡса алынған.

Әлбиттә, малсылыҡтың нигеҙен мал аҙығы тәшкил итә. Быйыл барыһы 30 мең тонна бесән әҙерләнгән, 21 мең тонна сенаж тупланған, 13,5 мең тонна силос һалынған. Шартлы бер баш малға, фуражды иҫәпкә алмайынса, 25,3 центнер аҙыҡ берәмеге тупланған.

Артабан район башлығы юғары етештереүсәнле хеҙмәт күрһәткән ялан батырҙарына, фермалар эшсәндәренә, белгестәргә райондың рәхмәт хатына ҡушып, ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.

Республикала ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә билдәле «Красная Башкирия» хужалығы директоры Раил Фәхрисламов Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы юбилей миҙалы менән наградланды.

Илдар Таһир улы шулай уҡ райондың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре менән партнер мөнәсәбәттәрен үҫтергән «Российское молоко» компаниялар төркөмө», «Мәләүез һөт-консерва комбинаты», «Реса» компаниялар төркөмө», «Урал аръяғы Агро» МТС-ы» предприятиеларын район хакимиәтенең рәхмәт хаты менән бүләкләне.

Рәшит Әхмәтшин ауыр килгән йылда һөҙөмтәле эшләп, республиканың алдынғылары рәтендә Башҡортостан Хөкүмәте дипломына лайыҡ булған әбйәлилдәргә рәхмәт белдерҙе.

Мәләүез һөт комбинаты менән тығыҙ бәйләнештә эшләгән «Башаҡ», «Аграрий», «Ишҡол» хужалыҡтары етәкселәре, КФХ башлығы Айбулат Вәлиев предприятиеның дипломдарына һәм аҡсалата бүләгенә лайыҡ булды.

«Российское молоко» компаниялар төркөмө» етәкселеге район хакимиәтен, «Красная Башкирия» АХК-һын һәм «Яҡты-Күл» шифаханаһын байрам уңайынан телевизор менән бүләкләне.

Йола буйынса «Коммунальник» ЯСЙ-һы директоры Дамир Әнүәр улы йәштәр өсөн үҙе булдырған Милләт Ташбулат улы Хәкимов исемендәге премияны тапшырып үтте. Унынсы йыл тапшырылған исемле премияға быйыл «Красная Башкирия» АХК-һының автотранспорт паркын файҙаланыу буйынса инженеры Дамир Данис улы Хәйруллин лайыҡ булды.

Оҙаҡ йылдар дауамында фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө күрһәтеп, бөгөн хаҡлы ялда булған хөрмәтле ветерандар ҙа байрамдың төп ҡунағы ине. Улар үҙҙәрен онотмағандары, ҙурлағандары өсөн рәхмәт белдерҙе, киләсәктә йәштәргә тағы ла ҙурыраҡ уңыштар теләне.

Матур байрам сараһын район мәҙәниәт йорто артистарының дәртле бейеүҙәре, моңло йырҙары биҙәне. Айырыуса ураҡ батыры Хәйҙәр Хызыровтың улы Заһир башҡарған «Ҡайтып килә атай баҫыуҙан» йыры сараға ауаздаш ине. Һәр сығышты йылы ҡабул иттеләр, көслө алҡыштар менән оҙаттылар.

Ер йөҙөндә игенсе һөнәренән дә изге һәм мөһим һөнәр юҡтыр. Баҫыу батырҙарының тыуған ергә хужаларса ҡарашы, арымай-талмай эшләүе менән халҡыбыҙҙың киләсәге ышаныслы.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.


Читайте нас: