+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
12 Ноябрь 2019, 12:33

Техниканың бөтә нескәлеген белгән оҫта инженер

Әнүәр Солтанов урта мәктәпте тамамлағандан һуң, ул саҡта гөрләп торған «Амангилде» совхозында водитель булып хеҙмәт юлын башлай.

Әнүәр Солтанов урта мәктәпте тамамлағандан һуң, ул саҡта гөрләп торған «Амангилде» совхозында водитель булып хеҙмәт юлын башлай.

Ил алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтыу менән Әбйәлил ремонт-техник предприятиеһына водитель булып урынлаша, төрлө тарафтарға ашлыҡ, башҡа төрлө ауыл хужалығы йөктәре ташый.

Районда «Урал аръяғы машина-трактор станцияһы» филиалы асылғас, ундағы заманса трактор-комбайндар йәлеп итә техника йәнле шоферҙы. Уларға идара итеү өсөн өҫтәмә белем талап ителә. Предприятие ойошторған курстарҙа уҡып, Нью-Холланд, Кейс кеүек заманса комбайндарҙа баҫыуҙарҙы иңләй тырыш эшсән. Йыш ҡына икенсе райондарға уңыш йыйыуҙа ла ярҙам итә.

Ниндәй генә техникаға ултырһа ла, уны һәр саҡ көйләп, төҙөк тотҡан, ҡушылған һәр эште намыҫлы, фиҙаҡәр башҡарған Әнүәр Солтанов коллективта, предприятие етәкселегендә абруй, ихтирам ҡаҙана. Эште ойоштороу һәләтен күргән етәкселек уны махсус белем алырға күндерә.

Шулай итеп, Әнүәр Солтанов ситтән тороп, Йылайыр ауыл хужалығы техникумының ауыл хужалығын механизациялау фа-культетын тамамлай. Юғары белем алыу теләге уны артабан Башҡорт дәүләт аграр университетына алып килә. Маҡсатына ҡыйыу юл ярған Әнүәр Хәсән улы был уҡыу йортоноң да ауыл хужалығын механизациялау факультеты дипломына эйә була. Эшендә үрләтәләр — Әбйәлил МТС-ының баш инженеры итеп тәғәйенләнә ул.

Һуңғы тиҫтә йыл ошо вазифала эшләгән Ә. Х. Солтанов техниканы алмаш өлөштәр менән тәьмин итеү, сервис хеҙмәтләндереү өсөн яуаплы.

— Әнүәр Хәсән улы техниканың торошон уның тын алышынан белә тиергә мөмкин. Үҙ эшен урын-еренә еткереп башҡарған инженерҙың намыҫлы, тырыш хеҙмәте менән ҡыҙыу баҫыу эштәре осоронда трактор-комбайн-агрегаттарҙың өҙлөкһөҙ эше тәьмин ителә, — ти предприятие директоры Фирғәт Сәғитов.

Әнүәр Солтановтың юғары һөнәри оҫталығы һәм нәтижәле хеҙмәте күптән түгел үткән Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәтсәндәре көнөндә лайыҡлы баһаланды — ул район хакимиәтенең рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Кеше менән тиҙ уртаҡ тел тапҡан, ярҙамсыл Ә. Х. Солтанов бер нисә йыл рәттән «Ишҡол» АХК-һын етәкләү осоронда хужалыҡ эшсәндәренең генә түгел, Рауил ауыл биләмәһе халҡының да ихтирамын яулап өлгөргән: һуңғы саҡырылыш район Советына депутат итеп күрһәтелгән кандидаттарҙан нәҡ уны һайлауҙары быға асыҡ дәлил.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
Читайте нас: