-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
13 Ноябрь 2019, 10:54

Башҡорт балы тип зыҡ ҡубалар

Бөгөн Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев төбәктәрҙәге агросәнәғәт комплексы етәкселәре менән кәңәшмә үткәрҙе.

Бөгөн Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев төбәктәрҙәге агросәнәғәт комплексы етәкселәре менән кәңәшмә үткәрҙе. Видеоконференция режимында үткән сарала илдең 14 төбәгенән вәкилдәр ҡатнашты һәм улар туғыҙ ай һөҙөмтәләре хаҡында фекер алышты.
Кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановҡа һүҙ бирелде.
- Быйыл беҙ экспортҡа 91 миллион доллар күләмендә агросәнәғәт комплексы продукцияһы оҙатыу бурысы ҡуйҙыҡ. Былтыр ул 37 миллион доллар тәшкил иткәйне. Бөгөн экспортҡа май аҙыҡтарының - 42,4, игендең 24,5 проценты тура килә. Спирт, шифалы үләндәр, бал һатыу күләме лә арта бара, - тине Илшат Илдус улы.
Алда торған күрһәткестәргә өлгәшеү өсөн төбәктә экспортер компаниялар өсөн төрлө ҡыҙыҡлы проекттар үткәрелә, тышҡы иҡтисади бәйләнештәр булдырған алдынғы предприятиелар өсөн "Экспорт сәғәте" уҙғарыла, унда дәүләт ярҙамы буйынса көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелә.
2024 йылға Башҡортосанда экспортҡа йүнәлтелгән агросәнәғәт продукцияһы күләме 230 миллион долларға етте. Билдәле булыуынса, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты үҙ эсенә биш федераль проектты ала: “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау”, “Халыҡ-ара сауҙа логистикаһы”, “Хеҙмәтләндереү экспорты”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспортты үҫтереүҙең системалы саралары”.
Фото "Башинформ" агентлығынан алынды.

Читайте нас: