+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
19 Ноябрь 2019, 12:59

Малсылыҡтағы фиҙаҡәрлек өсөн

Малсылыҡта өлгәшелгән уңыштары өсөн алдынғы фермалар мө-дирҙәре район хакимиәтенең рәхмәт хатына һәм ҡиммәтле бүләгенә лайыҡ булды.

Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәтсәндәре көнө уңайынан ойошторолған байрамда яҙғы сәсеү эштәре, мал аҙығы әҙерләү, ураҡ батырҙары менән бер рәттән йәйге осорҙа мул һөт һауып алған фермалар коллективтары исеменә лә бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде. Малсылыҡта өлгәшелгән уңыштары өсөн алдынғы фермалар мөдирҙәре район хакимиәтенең рәхмәт хатына һәм ҡиммәтле бүләгенә лайыҡ булды.

Һеҙ һүрәттә күргән «Красная Башкирия» АХК-һының Һамар фермаһы етәксеһе Р. Ғ. Сәфәрғәлина менән «Кү-сем» ЯСЙ-һының Нияҙғол фермаһы мөдире З. М. Нуретдинованы нәҡ ошо тантанала төшөрөп алдыҡ та инде. Оҙаҡ йылдар дауамында Рәсимә Ғәли ҡыҙы менән Зилә Мөҙәрис ҡыҙы етәкләгән коллективтар һәр саҡ юғары етештереүсәнле хеҙмәт өлгөһө күрһәтә, еткерелгән пландарҙы даими үтәүҙәре менән айырылып тора. Бына быйылғы йәйге осорҙа ла был һөтсөлөк-тауар фермаларында малдарҙың үлеүенә юл ҡуйылмаған, уларҙың тулы именлеге тәьмин ителгән, оҙатылған продукцияның сифатына ла һүҙ тейҙерерлек түгел.

Һамар һөтсөлөк-тауар фермаһы малсылары йәйге осорҙа 7200 центнер тулайым һөт һауып алыуға өлгәшкән, йәғни бер һыйырҙан уртаса һауым 4361 килограмм тәшкил иткән.

Нияҙғолдар иһә йәй айҙарында 3000 центнер продукция алған, уртаса һауым был фермала һәр һыйырға 2000 килограмдан тура килә.

Заманса технологиялар менән эш иткән Һамар малсылары байрам көнөндә тағы бер бүләккә эйә булды: «Российское молоко» компаниялар төркөмө» етәкселеге үҙҙәре менән тығыҙ бәйләнештә эшләгән, эшкәртеүсе предприятиены сифатлы сеймал менән өҙлөкһөҙ тәьмин иткән «Красная Башкирия» АХК-һына биргән телевизорҙы хужалыҡ етәксеһе Раил Фәхрисламов тантаналы рәүештә ошо йүнәлештә юғары һөҙөмтәләр күрһәткән коллективҡа тапшырҙы.

Р. ДАУЫТОВА.
Читайте нас: