+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
27 Ноябрь 2019, 11:19

Малыңдың ҡайҙа йөрөүен әйтеп бирер

Агросәнәғәт комплексын һанлаштырыу буйынса федераль программаны тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостан пилот төбәк сифатында ҡатнаша.

Агросәнәғәт комплексын һанлаштырыу буйынса федераль программаны тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостан пилот төбәк сифатында ҡатнаша. Бөгөн республиканың ауыл хужалығына заманса технологиялар индереү буйынса пландар, тейешле инфраструктура булдырыу, тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең белемен камиллаштырыу өлкәһендә шаҡтай уңыштар бар.
Республика ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин әйтеүенсә, "Рәсәй Федерацияһындағы һанлы иҡтисад" милли проектына ярашлы, ноябрь башына барлыҡ төр хужалыҡтарҙағы малдарҙың 95 проценты идентификацияланған. Шулай ҙа был эш туҡталырға тейеш түгел. Яңы тыуған малдарҙы, ситтән килтерелгәндәрен тамғалау һәм теркәү дауам итә. Шулай уҡ күп функциялы махсус смарт-ҡорамал эшләнгән.
"Андроид" системалы был заманса телефон малдарҙың тире аҫтына ҡуйылған чиптарҙы, электрон билдәләрҙе "уҡый" ала. Ҡорамал малдарҙы эҙләүҙә ҡатнаша, уларҙың ҡайҙа йөрөүен, кемдеке булыуын асыҡлай.
“Һанлы иҡтисад – айырым өлкә түгел, ғәмәлдә йәшәү рәүеше, дәүләт идараһын, иҡтисадты, эшҡыуарлыҡты, социаль тармаҡты, тотош йәмғиәтте үҫтереү өсөн яңы нигеҙ, – тине Рәсәй Президенты Владимир Путин. – Һанлы иҡтисад булдырыу – Рәсәйҙең милли хәүефһеҙлеген һәм бойондороҡһоҙлоғон булдырыу”.

Читайте нас: