А/хужалығы
6 Декабря 2019, 08:56

Алыштырғыһыҙ тракторсы

Тәлғәт Ғәлимйәнов — «Аграрий» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең тәжрибәле механизаторҙарының береһе.

Тәлғәт Ғәлимйәнов — «Аграрий» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең тәжрибәле механизаторҙарының береһе.

Урындағы мәктәптең 8-се класынан һуң Таштимер һөнәрселек училищеһында тракторсы-машинист һөнәрен ала егет. Ҡулына диплом һәм танытма алыуға ил алдындағы бурысын үтәү ваҡыты етә. Ике йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, Ҡырҙас бүлексәһендә тракторсы булып эшләй башлай. Һәм бөгөнгәсә һайлаған һөнәренә тоғро ҡалған.— Өс тиҫтә йылдан ашыу осорҙа ниндәй генә тракторҙа эшләмәнем. Тәүге ваҡыттарҙа ДТ-75-тә, унан «Алтай»ҙа ла йөрөнөм. Һуңғы ваҡытта тәгәрмәсле тракторҙарға ултырҙым, — ти Тәлғәт Рафаил улы.

Үҙе идара иткән МТЗ-82 тракторында йәйен-ҡышын эштән бушамай ул. Ер ҡарҙан әрселеп, яҙғы баҫыу эштәре башланыу менән тырматыуҙа, дым ҡаплауҙа, сәсеүҙә, орлоҡ ташыуҙа, тракторсы үҙе әйтмешләй, ниндәй эште ҡушалар — шунда йөрөй. Бесән мәле етһә, техникаһына стогомет таға, пресс-йыйғыс элеп ала һәм алһыҙ-ялһыҙ бесән-һаламды төктәргә өйөрөлтөп, уларҙы арбаһына тейәп, мал ихаталарына ташыу менән мәшғүл.

Ҡыш көндәрендә лә эшһеҙ түгел уҙаман. Бөгөн ул Ҡырҙас фермаһында малсыларҙың төп ярҙамсыһы тиергә була. Тракторында мал аҙығы тарата.

Әйткәндәй, ҡатыны Илүзә Әмирхан ҡыҙы ла бар ғүмерен Ҡырҙас фермаһына арнаған кеше. Оҙаҡ йылдар һауынсы булып эшләгән И. Ә. Ғәлимйәнова бөгөн фермала вахтер вазифаһында. Ғәлимйәновтарҙың татыу ғаиләһендә ике ҡыҙ, ике ул буй еткәргән. Бөгөн улар ейән-ейәнсәрҙәре өсөн яратҡан олатай-өләсәй.

Үҙ эшенә яуаплы ҡараған, уны намыҫлы башҡарған механизаторҙың эше тейешенсә баһалана ла. Тәлғәт Рафаил улы ауыл хужалығы өлкәһендә оҙайлы эшләгәне өсөн БР Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһын ҡәҙерләп һаҡлай. Тырыш хеҙмәте өсөн район кимәлендә бирелгән рәхмәт хаттары, маҡтау ҡағыҙҙары ла аҙ түгел. Шуларға быйылғы Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәтсәндәре көнөндә тапшырылған район хакимиәтенең рәхмәт хаты ла өҫтәлде. Был наградаға Т. Р. Ғәлимйәнов йәйге осорҙа 360 тонна йәшел масса ташып, райондың иң яҡшы механизаторҙары иҫәбендә лайыҡ булды.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА фотоһы.

Читайте нас