Күмертауҙың “Элеватор” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте быйыл Ҡытай Халыҡ Республикаһына 20 миллион юаниға дүрт мең тонна көнбағыш майы оҙатты. Әйткәндәй, майҙың тәүге һынау партияһы был илгә июлдә үк ебәрелгәйне. Хәҙер Башҡортостан майына булған ҡыҙыҡһыныу артҡандан-арта бара. Предприятиела иһә Ҡытайға көнбағыш майын һатыу күләмен арттырырға иҫәп тоталар.
Республика Ауыл хужалығы министрлығынан матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2019 йылда Башҡортостандан 2,6 миллиард һумлыҡ 103000 тонна көнбағыш, рапс майҙары сит илдәргә һатылған. Экспортерҙар — Шишмә май экстракцияһы заводы һәм «Элеватор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Улар “Сигма” компаниялар төркөмөнә ҡарай. Башҡортостанда етештерелгән продукция Ҡытайҙан тыш, Белоруссия, Үзбәкстан һәм башҡа илдәргә лә оҙатыла.