+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
10 Декабрь 2019, 09:00

Милли проект сиктәрендә умартасылар квалификацияһын күтәрә

«Мәғариф» милли проектының «Һәр кемгә яңы мөмкинлектәр» проекты сиктәрендә Башҡорт дәүләт аграр университеты базаһында һәүәҫкәр умартасылар квалификацияһын күтәреү мөмкинлегенә эйә.

«Мәғариф» милли проектының «Һәр кемгә яңы мөмкинлектәр» проекты сиктәрендә Башҡорт дәүләт аграр университеты базаһында һәүәҫкәр умартасылар квалификацияһын күтәреү мөмкинлегенә эйә. Курстарҙа ҡорт тотоу һәм үрсетеүҙең заманса технологиялары һәм ысулдары, уларҙың ауырыуҙарына ҡаршы көрәш һәм профилактика буйынса теоретик һабаҡ бирелә. Уҡыуҙың ғәмәли өлөшөн Республика ветеринар лабораторияһында, Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса башҡорт фәнни-эҙләнеү үҙәгендә үткәреү күҙ уңында тотола.
Уҡытыу бушлай ойошторолған. Әле баш ҡаланың аграр йүнәлешле юғары уҡыу йортонда республика райондарынан, Һамар, Ырымбур һәм Ҡазандан меңгә яҡын умартасы нескә шөғөл буйынса белемен камиллаштыра.
Читайте нас: