+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
13 Декабрь 2019, 11:40

“Агростартап” ярҙамға килә

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡтың инициативаларын яҡлау” милли проект сиктәрендә “Фермерҙарҙы яҡлау системаһы һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” федераль проекты эшләнде.

Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы буйынса консультация биреү үҙәге менеджеры Ә. Р. Мәжитова район фермерҙары, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар вәкилдәре менән осрашыуҙа башҡа программалар менән бер рәттән “Агростартап”та хаҡында ентекле мәғлүмәт бирҙе. Ағымдағы йылда эшләй башлаған “Стартап” программаһы буйынса дәүләт ярҙамы алыуға шәхси хужалыҡтар, КФХ-лар ҙа дәғүә итә ала. Әлфирә Рәйес ҡыҙы әйтеүенсә, “Агростартап” фермер хужалығы ойошторған йәки ойошторорға йыйынғандар өсөн тәүге аҙым яһау өсөн ҡулай. Был программа буйынса үҙ хужалығыңды үҫтереүгә 3, КФХ кооператив эсендә булһа, 4 миллион һумға тиклем аҡса алыу мөмкинлеге бар. Был программала ла ярҙам өҫтәп финанслау шартында бирелә. Фермер дәүләт биргән аҡсаның 10 процентын үҙе индерергә тейеш. Дәүләт тарафынан бирелгән ярҙам аҡсаһына ер, мал, техника һатып алырға, етештереү, һаҡлау биналары һатып алыуға, ремонтлауға, объекттарға юл һалыуға һәм башҡа йүнәлештәргә тотонорға мөмкин.
Конкурста еңеп сығып, ике миллион һумға тиклем грант алғандар 1, ике миллион һумдан ашыу алғанда ике эш урыны булдырырға бурыслы.
Читайте нас: