-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
27 Декабрь 2019, 12:15

Ауыл халҡы мәнфәғәтен ҡайғыртып

Рәсәй Федерацияһы дәүләт советының аграр сәйәсәткә арналған кәңәшмәһе үтте.

Унда Рәсәй президенты ауыл хужалығында ыңғай үҙгәрештәрҙе, үҫеште билдәләү менән бер рәттән ауылдағы тормош кимәленә лә туҡталды.
— Эш биреүселәр иң элек ауылда йәшәүселәр хаҡында уйларға тейеш, сөнки ауыл хужалығы предприятиеларының уңышы нәҡ уларға бәйле һәм тармаҡты алға этәреүсе лә улар бит, — тине Владимир Путин Дәүләт Советының агросәнәғәт комплексы үҫешенә арналған ултырышында.
Ауыл хужалығындағы эш хаҡы һәм ул бик түбән булыуын әйтеп,. Владимир Путин агросәнәғәтте үҫтереү буйынса эшлекле тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
—Һорауҙар күп. Хәл итеүҙе көткән мәсьәләләр ҙә күп. Шул уҡ ваҡытта уларҙы нисек хәл итеү буйынса тәҡдимдәр ҙә бар. Бөгөнгө һөйләшеү буйынса әҙерләнгән эшлекле, яҡшы тәҡдимдәр федераль кимәлдә генә түгел, шулай уҡ төбәктәрҙә лә тормошҡа ашырылыр тип ышанам, — тине Владимир Путин ултырышты ябып.
Читайте нас: